Социаль мәсьәлә
3 Апрель , 05:30

Башҡортостан газ үткәреүҙә лә алдынғы

2021 йылдан Рәсәй Президенты башланғысы һәм "Берҙәм Рәсәй" партияһы ҡатнашлығында тормошҡа ашырылған  газ үткәреү социаль программаһы партияның Халыҡ программаһының төп йүнәлештәренең береһе булып ҡала. Алдынғы төбәктәр араһында Башҡортостан Республикаһы ла бар.

Башҡортостан газ үткәреүҙә лә алдынғыБашҡортостан газ үткәреүҙә лә алдынғы
Башҡортостан газ үткәреүҙә лә алдынғы

2021 йылдан Рәсәй Президенты башланғысы һәм "Берҙәм Рәсәй" партияһы ҡатнашлығында тормошҡа ашырылған социаль газификация программаһы партияның Халыҡ программаһының төп йүнәлештәренең береһе булып ҡала. Алдынғы төбәктәр араһында Башҡортостан Республикаһы ла бар.

Программа эш башлағандан алып илдә 1,1 миллиондан ашыу йорт хужалығы газ менән тәьмин ителгән, ә 2030 йылға ҡарай был күрһәткесте 1,6 миллионға еткереү күҙаллана. Алдынғы төбәктәр араһында Башҡортостан Республикаһы ла бар, унда үткән йыл йомғаҡтары буйынса газификация кимәле 87,6 процентҡа еткән.

Социаль газификация темаһы Көньяҡ федераль округында Дондағы Ростов ҡалаһында үткән форумда ла күтәрелде. Унда "Берҙәм Рәсәй" партияһының Халыҡ программаһын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләре, бигерәк тә торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү һәм халыҡтың тормош сифатына туранан-тура йоғонто яһаусы саралар тураһында һөйләнеләр.

"Берҙәм Рәсәй" партияһының Генераль советы секретары Владимир Якушев билдәләүенсә, газификация халыҡ өсөн иң һиҙемле проекттарҙың береһе булып ҡала.

"Был проект — йорттарҙағы уңайлылыҡ, ғаиләләр өсөн яңы мөмкинлектәр һәм урындағы тормош сифатын яҡшыртыу. Хатта иң алыҫ төбәктәрҙә лә йортта газ булыуы нормаға әүерелде — был экологик һәм экономиялы яғыулыҡ. Программаға ҡушылыуҙа "Берҙәм Рәсәй" депутаттары, ирекмәндәр ярҙам итә. Улар программала ҡатнашыу һәм тейешле льготалар алыу юлдарын аңлата", — тип билдәләне ул.

Социаль газификация программаһы 2021 йылдан ғәмәлдә, шул саҡта Президент Владимир Путин "Берҙәм Рәсәй" партияһының участкаларға газды бушлай индереү тураһындағы төҙәтмәләр менән законға ҡул ҡуйған. Һуңыраҡ дәүләт етәксеһенең ҡушыуы буйынса төбәктәр льготалы категориялағы граждандарға ҡорамалдар һатып алыу һәм тоташтырыу өсөн кәмендә 100 мең һум субсидиялар бүлә башланы, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ҙа был ярҙамдан файҙалана ала. 2022 йылдың 1 декабренән программа сикһеҙ ғәмәлдә булыусыға әүерелде һәм мәктәптәр, дауаханалар, поликлиникалар, ФАПтар һәм башҡа социаль объекттарға ла таратылды.

Башҡортостан программа юғары темптарҙа тормошҡа ашырыла.  Газ менән тәьмин итеүҙе киңәйтеү сиктәрендә төбәктә биш мең километрҙан ашыу газ үткәргес һалынған, яҡынса 96 мең йортҡа тоташтырыу мөмкинлеге булдырылған. Федераль рейтингта Башҡортостан тәүге биш лидер иҫәбенә инә, ә илдәге 11 иң ҙур төбәк араһында бер нисә йыл буйы тәүге урынды биләй.

«Республиканың 2026-2030 йылдарға газ менән тәьмин итеүҙе һәм газлаштырыуҙы үҫтереү программаһы сиктәрендә ағымдағы йылда 126 километрға яҡын оҙонлоҡтағы 11 ауыл-ара газ үткәргесенең төҙөлөшөн тамамлау планлаштырыла, был яҡынса 2800 йортҡа газ индереү мөмкинлеген бирәсәк. Шулай уҡ республиканы газ менән тәьмин итеүҙе киңәйтеүҙең 2026 йылға план-графигына 540 йорт һәм 124 баҡсасылыҡ хужалығы булған 101 тораҡ пункт индерелгән», — тип билдәләне 2026 йылдың ғинуарында төбәк Хөкүмәте ултырышында Премьер-министр Андрей Назаров.

Газ менән тәьмин итеүҙе киңәйтеүгә ғаризаны Газ менән тәьмин итеүҙең берҙәм операторы сайты, «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы йәки МФЦ аша бирергә мөмкин. Бының өсөн паспорт, СНИЛС һәм участкаға һәм йортҡа милек хоҡуҡтарын раҫлаусы документтар талап ителә.

Эштең тағы бер йүнәлеше — «Берҙәм Рәсәй» партияһының Мәңгелек ут өсөн газды бушлай биреү тураһындағы законын тормошҡа ашырыу. Еңеүҙең 80 йыллығына партия «Еңеү утын һаҡлайбыҙ» акцияһын үткәрҙе, уның сиктәрендә илдәге төрлө төбәктәрҙәге 130 мемориал селтәр газына күсерелде.

Фото: социаль селтәрҙән.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас