Социаль мәсьәлә
6 Апреля , 08:00

Өләсәйҙәр ни өсөн лепкәһенә май һылаған?

Бының сәбәбен Сибай ҡалаһында йәшәгән хажиә, имсе Дилара апай Рафиҡова һөйләне.

Өләсәйҙәр ни өсөн лепкәһенә май һылаған?Өләсәйҙәр ни өсөн лепкәһенә май һылаған?
Өләсәйҙәр ни өсөн лепкәһенә май һылаған?

Беҙҙең халыҡта “мейем кипте”, “мейеһе ҡороған”, хатта “һыумейе” тигән һүҙҙәр бар. Улар юҡтан ғына килеп сыҡмаған. Элек беҙҙең өләсәйҙәр, башының лепкәһенә май һылап, сәй ҡурғашы менән ябып ҡуйыр булған. Бының сәбәбен Сибай ҡалаһында йәшәгән хажиә, имсе Дилара апай Рафиҡова һөйләне.

– Фатима, Ғәйниямал өләсәйемдәр мунсаға инер алдынан йәки йәйҙең эҫе көндәрендә, мейе кипмәһен тип, баш түбәһенә һарыҡтың эс майын йә һары май һылап, сәй ҡурғашы менән ҡаплап, яулыҡ ябыныр ине. “Мейе кипһә, нимә була, өләсәй?” – тип һораһаҡ, “Кешенең зиһене томалана, хәтере насарая”, – тип яуаплай торғайнылар. Әлеге ваҡытта тап ана шундай сирлеләр – иҫен юғалтып, аҡылдан яҙып ауырыусылар күп. Бының сәбәбе мейе кибеүҙә түгелме икән, тип уйлап ҡуям ҡайһы саҡта, сөнки күптәр эҫе ҡояш аҫтында ла яланбаш йөрөүҙе хуп күрә, – ти Дилара Мөхөтдин ҡыҙы.

Ғөмүмән, халҡыбыҙ һаулыҡты һаҡлау йәһәтенән бик белемле булған, тәбиғи дауалау ысулдарына өҫтөнлөк биргән. Мунсалағы эҫе парҙың башҡа, айырыуса лепкәгә зыянлы булыуын да улар яҡшы белгән. Табиптар ҙа мунса төшкәндә мотлаҡ кейеҙ кәпәс кейергә ҡуша. Шулай уҡ өләсәйҙәрҙең аҡылын, файҙалы кәңәштәрен бөгөн дә ҡулланыу һис тә зыян итмәҫ.

Миләүшә Ҡыҙрасова-Ишемғолова фотоһы. 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!  

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас