Социаль мәсьәлә
15 Апреля , 15:15

Ғаиләләргә даими иғтибар булғанда иртәге көнгә лә ышаныс арта

Бында бер айҙан 18 йәшкә тиклемге инвалид балалар һәм үҙәк һәм периферик нервы системаһы, терәк-хәрәкәт ағзалары, соматик патологиялар, генетик һәм психик ауырыуҙар, аутистик спектр боҙолоуы, шулай уҡ күреү һәм ишетеү һәләте боҙолоуы күҙәтелгән балалар комплекслы реабилитация үтә.

Ғаиләләргә даими иғтибар булғанда иртәге көнгә лә ышаныс артаҒаиләләргә даими иғтибар булғанда иртәге көнгә лә ышаныс арта
Ғаиләләргә даими иғтибар булғанда иртәге көнгә лә ышаныс арта

Бөгөн Өфөлә асылған Бөтә Рәсәй бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдәр съезына килгән Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Мария Львова-Белова, “Бәхет биләмәһе”, “Өфө хосписы”, Воскресенск соборы” хәйриә фондтарының попечителлек советтары рәйесе Каринэ Хәбирова, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев, Башҡортостандағы бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Ольга Панчихина һәм башҡалар Өфөләге “Салют” реабилитациялау-белем биреү комплексын ҡараны, үҙҙәрен борсоған мәсьәләләр менән килгәндәрҙе ҡабул итте.

Милана Скоробогатова етәкселек иткән “Салют” реабилитациялау-белем биреү комплексына көн һайын 400-гә яҡын бала килә, йылына – 18 меңгә яҡын. Ҙур объект баш ҡаланың Киров районында “Салют” тип аталған шифахана нигеҙендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән төҙөлдө. “Салют”та табиптарҙан, педагогтарҙан, психологтарҙан торған ведомство-ара команда эшләй. Бында бер айҙан 18 йәшкә тиклемге инвалид балалар һәм үҙәк һәм периферик нервы системаһы, терәк-хәрәкәт ағзалары, соматик патологиялар, генетик һәм психик ауырыуҙар, аутистик спектр боҙолоуы, шулай уҡ күреү һәм ишетеү һәләте боҙолоуы күҙәтелгән балалар комплекслы реабилитация үтә. Һәр бала өсөн уның үҙенсәлектәренә һәм ихтыяждарына яраҡлаштырылған реабилитация сараларының айырым бер йыллыҡ планы эшләнә. 

Үҙәктә уҡыу һәм медицина кабинеттары, стационар, спорт һәм гимнастика залдары, бассейн, ижади оҫтаханалар бар, уларҙа ағас эшкәртеү, кулинария һәм башҡалар менән шөғөлләнәләр. Учреждение биләмәһендә ҡышҡы баҡса, хәрәкәтле уйындар өсөн бер нисә балалар майҙансығы булдырылған. Бында балаларҙы һәр көн кәрәкле ғәмәлдәргә - ашарға әҙерләргә, үтекләргә, кер йыуыу машинаһын тоҡандырырға һәм башҡаларға өйрәтәләр. Шуныһы мөһим: ата-әсәләрҙе лә өйрәтәләр, уларға кәңәштәр бирәләр.

ФЕКЕР:

Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Мария ЛЬВОВА-БЕЛОВА:

- Бөгөн беҙ “Салют” балалар реабилитациялау үҙәгендә булдыҡ. Үҙәк бер ваҡытта мең ярымға тиклем баланы ҡабул итә ала. Стационар формала, ярымстационар формала, кәңәш биреү, даими күнекмәләр үткәреү рәүешендә лә. Шуныһы мөһим: Башҡортостан Башлығы Ҡарарына ярашлы, өс министрлыҡ (Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Һаулыҡ һаҡлау, Мәғариф һәм фән министрлыҡтары. – А.Н.) үҙенсәлекле бала тәрбиәләгән ғаиләләргә комплекслы ярҙам итеү өсөн берләшкән. Иртә ярҙам итеүгә ҙур иғтибар бүленә: бала тыуғас уҡ, дөрөҫ диагноз ҡуйғас, төбәктең һәм коммерция ойошмаларының ресурстарынан сығып, ғаиләнең ҡайҙа йәшәүен иҫәпкә алып, ғаиләгә юл картаһы төҙөлә.

Үҙәк белгестәре әйтеүенсә, баланың төп реабилитологы – уның ата-әсәһе, сөнки улар бала менән тәүлек әйләнәһенә бергә. Кәрәк икән, бында республика дауаханаларынан медицина белгестәре саҡырыла. Балалары бында саҡта ата-әсәләр ҙә медицина тикшереүен үтеү мөмкинлегенә эйә. Әгәр ғаиләгә ошолай тулыһынса һәм төрлө йәһәттән ҡараш бар икән, иртәге көнгә лә ышаныс арта.

Автор фотолары.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас