Социаль мәсьәлә
16 Апреля , 16:35

Ҡурайсы Данил әсәй эҙләй

Изге күңелле, яғымлы, башҡалар менән тиҙ дуҫлашыусан Данилға - 10 йәш.

Ҡурайсы Данил әсәй эҙләйҠурайсы Данил әсәй эҙләй
Ҡурайсы Данил әсәй эҙләй

Данилға – 10 йәш. Ул изге күңелле, яғымлы, башҡалар менән тиҙ дуҫлаша. Уны эргә-тирәлә барған ваҡиғалар ҡыҙыҡһындыра, һорауҙар бирә, яңы нәмәләрҙе тиҙ отоп алырға тырыша. Мәктәптә алған баһалары ла яҡшы, сөнки уға барыһын да өйрәнеү ҡыҙыҡ.

Буш ваҡытында Данил шашка уйнай, бокс менән йөҙөү оҡшай. Тағы малай ҡурай уйнарға ярата. Данилға милли уйын ҡоралы бик оҡшай.

Данилға һәр көн бергә булырлыҡ ғаилә кәрәк.  Йәшәү урыны буйынса бәлиғ булмаған баланы опекаға алыу тураһындағы раҫланмаһы булған граждан төбәк мәғлүмәттәр банкына түбәндәге телефон буйынса мөрәжәғәт итә ала: 8-(347)-218-03-62.

Сығанаҡ, фото: БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan  ҡушылығыҙ!

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас