Социаль мәсьәлә
26 Апрель , 13:00

Күп балалы ғаиләләргә - 450 мең һум

Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә...

Күп балалы ғаиләләргә - 450 мең һумКүп балалы ғаиләләргә - 450 мең һум
Күп балалы ғаиләләргә - 450 мең һум

Башҡортостанда иғлан ителгән Ҙур һәм татыу ғаилә йылы айҡанлы күп балалы ғаиләләргә ипотеканы өлөшләтә ҡаплау өсөн 450 мең һум түләү ҡаралған. Был программа 2031 йылдың 1 июленә тиклем ғәмәлдә була һәм ғаилә институтын нығытыуға, балалар тыуыуына булышлыҡ итеүгә һәм бер нисә балаһы булған ғаиләләрҙең торлаҡ һатып алыуына йүнәлтелгән.   

Был түләүҙе Рәсәй гражданлығы һәм өсөнсө йәки артабанғы балаһы 2019 йылдың 1 ғинуарынан 2030 йылдың 31 декабренә тиклем тыуған бала тәрбиәләгән ғаиләләр алыу хоҡуғына эйә. Алынған аҡса – төп бурысты ҡаплауға, әгәр ҡалған сумма 450 мең һумдан кәм икән, проценттарҙы ҡаплауға йүнәлтелергә мөмкин.

Түләү тураһындағы белешмәне “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында онлайн рәсмиләштерергә була.

Сығанаҡ, фото: БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас