

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәтенең һәм Стратегик башланғыстар агентлығының “Башҡортостан Республикаһында ғаиләгә, тыуымға ярҙам һәм демографиия сәйәсәтен камиллаштырыу” проект-аналитик сессияһына һөҙөмтәләр яһаны. 28-29 апрелдә ойошторолған сарала идара итеү командаһы, йәштәр ойошмалары һәм студенттар берҙәмлектәре, йәмәғәт һәм фән эшмәкәрҙәре, медицина хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
“Рәсәйҙең башҡа төбәктәре кеүек Башҡортостан да етди демография саҡырыуы алдында. Тыуымдың кәмеүен беренсе йыл ғына күҙәтмәйбеҙ, һәм был хәлде үҙгәртеү өсөн беҙгә етди ҡарарҙар кәрәк”, - тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. Ул бер нисә ҡарарҙың барлығы тураһында хәбәр итте. Беренсеһе һәм мөһиме – республикабыҙҙың үҫешен дауам итергә. Уны йәштәр өсөн йәшәү, ғаилә ҡороу һәм бала тәрбиәләү өсөн ылыҡтырғыс төбәк итергә. “Бының менән һәр көн шөғөлләнәбеҙ – иҡтисадты, социаль өлкәне нығытабыҙ, республикала йәшәүселәр өсөн кәрәкле объекттар төҙөйбөҙ, биләмәләрҙе төҙөкләндерәбеҙ, - тип хәбәр итте Радий Фәрит улы. – Күп балалы ата-әсәләргә ярҙам итергә һәм уларҙың статусын күтәрергә кәрәк. Яңы никахҡа ингән ғаиләләргә иғтибар итергә, студенттар ғаиләләренә шарттар булдырырға кәрәк. Беҙ һөҙөмтәләрҙең тиҙ генә булыуын көтмәйбеҙ, алда – ҙур системалы эш. Әммә беҙ маҡсатыбыҙға өлгәшә аласаҡбыҙ”.
Әйткәндәй, Башҡортостанда күп балалы ғаиләләргә ярҙам тураһындағы закон ғәмәлдә. Бөгөн 200 меңдән ашыу ғаилә ярҙамдың 50 тирәһе төрөнән файҙалана. Барлыҡ муниципалитеттарҙа “Ғаилә” үҙәктәре эшләй. “Башҡортостандың ғаилә порталы” бар. Психологик ярҙам хеҙмәттәре уңышлы эшләй, ғаилә ял көндәре үткәрелә. Республикабыҙ күп балалы ғаиәлләр һаны буйынса Волга буйы федераль округында – беренсе, Рәсәйҙә етенсе урын биләй. Башҡортостанда күп бала бағыу йолаһы барлыҡҡа килгән.
Республика ҡатындарға һәм балаларға медицина ярҙамын күрһәтеүҙе арттыра. Ике йыл эсендә 15 ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы асылды. Уларҙың дүртәүһе быйыл ишектәрен асты. Тағы ошондай ете объект төҙөлөр тип көтөлә. Бынан тыш, перинаталь үҙәктәр заманлаштырыла, яңы тыуған сабыйҙарҙы ҡарауҙың алдынғы технологиялары ҡулланыла.
Республикала 2030 йылға тиклем тыуымды арттырыу өсөн киңәйтелгән программа әҙерләнә. Яңы 26 сара индерелер, тип көтөлә. Мәҫәлән, улар араһында “Йәшләй никахҡа инеүселәрҙең сертификаты” бар.
Фото: БР Башлығы сайтынан.
ФЕКЕР:
Медицина фәндәре докторы, Республика клиник перинаталь үҙәге баш табибының акушерлыҡ һәм гинекология буйынса урынбаҫары, Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш штаттан тыш акушер-гинекологы Ирина ФӘТҠУЛЛИНА:
– Рәсәй Президентының “2030 йылға тиклем һәм 2036 йылға перспективаға Рәсәй Федерацияһында үҫештең милли маҡсаттары тураһында”ғы Указына ярашлы, республика Хөкүмәте тарафынан “Ғаилә” милли проектына ярашлы “Әсәлекте һәм балалыҡты һаҡлау” төбәк программаһы ҡабул ителде. Уның төп маҡсаты – бала табырға теләгән ҡатындарға һәм ғаиләләргә, шулай уҡ йөклө ҡатындарға һәм балаларға медицина ярҙамы сифатын күтәреү һәм уны файҙалана алырлыҡ итеү. Ошо маҡсатта 2025 йылда республикала 11 ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы асылды, перинаталь үҙәктәр заманлаштырылды, медицина ҡорамалдары һатып алынды.