Ветерандар транспортта бушлай йөрөй ала

Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә...

Ветерандар транспортта бушлай йөрөй алаВетерандар транспортта бушлай йөрөй ала
Ветерандар транспортта бушлай йөрөй ала

Еңеү көнө алдынан “Башавтотранс” акционерҙар йәмғиәте Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм инвалидтары өсөн транспортта бушлай йөрөүҙе ойоштора.

2026 йылдың 8 майынан 11 майға тиклем ветерандар предприятие хеҙмәтләндергән ҡала һәм ҡала яны муниципаль һәм муниципаль-ара маршруттар буйлап йөрөгән транспортта бушлай йөрөү хоҡуғына эйә. Был хаҡта республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр.

Сығанаҡ: БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!      

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас