

Һуңғы йылдарҙа Рәсәй дәүләте күп балалы ғаиләләрҙе яҡлау буйынса юғалтылған традицияларҙы әүҙем тергеҙеүен дауам итә. Шуларҙың береһе – 2022 йылда “Герой әсә” исемен ҡайтарыу булһа, икенсеһе – 2025 йылда ошо ҡыйыу ҡатындар өсөн Хеҙмәт Геройҙары льготаларына торошло социаль гарантиялар булдырыу.
Ошо көндәрҙә тағы бер шатлыҡлы ваҡиға – Нефтекама ҡалаһында йәшәүсе Анжелика Шуматбаеваға ил етәксеһе Владимир Путин “Герой әсә” исемен биреү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Хәҙер Башҡортостандың 12 ҡатын-ҡыҙы ошо ҙур исемгә лайыҡ.
Анжелика Александровна менән Сергей Иванович 10 бала тәрбиәләп үҫтерә. Балаларҙың ҡайһы берҙәре эшләй, кемдер колледжда уҡый, кескәйҙәре әлегә мәктәпкә йөрөй.
Татыу ғаилә күҙгә салынмаған, әммә көндәлек ҙур, фиҙакәр хеҙмәт талап итә. Балалар тәрбиәләүҙә ял да, отпуск та юҡ. Уның ҡарауы, һөҙөмтә баһалап бөткөһөҙ, йорттан балалар көлөүе, шатлыҡлы хис-тойғолар өҙөлмәй, һәр кем үҙен бында ышаныслы, кәрәкле шәхес итеп тоя.
2026 йыл республикабыҙҙа Ҙур һәм татыу ғаилә йылы итеп иғлан ителде. Шуматбаевтар кеүек күп балалы ғаиләләр – уның тере символдары.
Башҡортостанда хәҙерге ваҡытта 10 һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән 60-тан ашыу ғаилә булыуы билдәле. Ул һәм ҡыҙҙарҙы ил өсөн файҙалы шәхес итеп үҫтереү, тормошҡа аяҡ баҫтырыу, һөнәрле итеү ауыр, яуаплы хеҙмәт икәнен аңлайбыҙ. Тап ғаилә мөхитендә төрлө яҡлап шәхес формалаша, донъяға ҡарашы, әхләҡи йүәнәлештәре билдәләнә, яҡындарың тураһында хәстәрлек күреү, Ватанға һөйөү, уның яҙмышына битараф булмау сифаттары нығына.
Юғары исемгә лайыҡ булыу өсөн ниндәй мөһим шарттарҙы үтәү кәрәк? Рәсәй гражданы булыуҙан, кәм тигәндә 10 бала табып тәрбиәләүҙән тыш, ғаилә сәләмәт тормош алып барырға, балалары тураһында тейешле хәстәрлек күрергә һәм социаль яуаплы булырға тейеш. Һуңғы пункт аҫтында түбәндәгеләрҙе аңларға кәрәк: ата-әсә рәсми никахта торорға (балалар төрлө атанан булғанда исем алыуға мөмкинлек ҡырҡа кәмей), ғаиләлә хоҡуҡ боҙоусылар, наркологта иҫәптә тороусылар булмауы, ир менән ҡатындың ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм ителмәүе шарт. Балаларҙың һәйбәт уҡыуы, түңәрәктәрҙә, конкурстарҙа, ярыштарҙа ҡатнашыуы ла иҫәпкә алына.
Юғары исемгә лайыҡ булған әсәләргә йыл һайын 1 февралдә индексацияланасаҡ 72,4 мең һумлыҡ айлыҡ түләү ҡаралған. Шулай уҡ Хеҙмәт Геройҙары өсөн билдәләнгән льготаларға ла эйә буласаҡтар. Ҙур, татыу ғаилә – ил, йәмғиәт өсөн ныҡлы, ҡеүәтле ҡалҡан.
Фото: шәхси архивтан.
#годбольшойидружнойсемьи102