Йәшәү йәме, ғәме – ғаиләлә

 “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” Президент программаһы генераль директоры урынбаҫары Оксана Ивановна Ачкасова ярымфиналға сығыусыларға финалға юлламаны тапшырҙы. Улар араһында Яңауыл районынан Дәүләтовтар, Саҙрисламовтар бар ине.

Йәшәү йәме, ғәме – ғаиләләЙәшәү йәме, ғәме – ғаиләлә
Йәшәү йәме, ғәме – ғаиләлә

“Был беҙҙең ғаилә ғәмәле” конкурсы – “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” президент платформаһында үткәрелгән,  халыҡ иң яратҡан проект. Уның икенсе миҙгелендә тотош илдән йөҙҙәрсә мең ватандашыбыҙ ҡатнаша, улар араһында Башҡортостандан ғаиләләр бар. “Илдең иң татыу һәм әүҙем ғаиләһе” исеменә ярышыр өсөн конкурсанттар сараның дистанция этабында үҙ көсөн һынап ҡараны. 2026 йылдың йәйендә конкурстың икенсе миҙгеле финалы үтә.

Конкурсҡа дүрт һәм унан да күберәк кешенән торған ғаилә командалары ғариза биргән ине. Улар өс һәм унан да күберәк быуын вәкиле булырға тейеш.

11 – 14 майҙа Өфөлә Волга буйы федераль округынан 280-дән ашыу ғаиләнән 1 мең 500-ҙән ҡатнашыусы “Был беҙҙең ғаилә ғәмәле” конкурсының финалына сығыу өсөн көрәште. Улар “Ғаилә булыу” темаһы берләштергән интеллектуаль, ижади һәм спорт  ярыштарында ҡатнашты. Башҡортостан, Мари Иле, Мордовия, Татарстан, Удмуртия, Сыуашстан республикаларынан, Киров, Түбәнге Новгород, Ырымбур, Пенза, Һамар, Һарытау, Ульяновск өлкәләренән һәм Пермь крайынан вәкилдәр бар ине.  

Өфөлә ярымфиналда  яҙыусы-фантаст, сценарист, конкурстың Күҙәтеү советы ағзаһы Сергей Лукьяненко менән осрашыу үтте. Сергей Васильевич ғаилә, бала саҡ, ышаныс, ижади юл һәм башҡа тормош ҡиммәттәре тураһында һөйләне.

 “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” Президент программаһы генераль директоры урынбаҫары Оксана Ивановна Ачкасова ярымфиналға сығыусыларға финалға юлламаны тапшырҙы. Улар араһында Яңауыл районынан Дәүләтовтар, Саҙрисламовтар бар ине.

 – Ошо конкурста ҡатнашырға саҡырыуҙары өсөн ҙур рәхмәт! Финалға сығыу өсөн ҙур көс һалған, тырышҡан балаларыма рәхмәт. Ғөмүмән, республикабыҙҙа үткәрелгән ошондай саралар йылы мөхиттә үтә. Был хаҡта Башҡортостанға килгән ҡунаҡтар ҙа һөйләне, - тине Резеда Дәүләтова. Ул ҡыҙы Миләүшә, ейәндәре Эмиль, ейәнсәрҙәре Эльза, Лиана менән килгәйне.

Конкурс финалына сығыусылар төп бүләктәр өсөн көрәшергә әҙер: еңеүселәргә һәр ҡайһыһы биш миллион һумлыҡ 60 сертификат ҡаралған, уларҙы торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға тотонорға була, ә финалсыларға ғаилә менән сәйәхәт итеүгә юлламалар бирелә.

ФЕКЕР:

Әлиә МАНАПОВА, Сибай ҡалаһы:

 – Беҙ был сарала икенсе тапҡыр үҙ көсөбөҙҙө һынап ҡарайбыҙ – 2024 йылда ҡатнашҡайныҡ. Быйыл өс быуын вәкилдәре – алты ейәне булған өләсәйебеҙ Гөлнара Йыһангирова, мин һәм апайым Эльвира – икенсе быуын. Лиана, Зарина һәм Тимур Язаровтар – үҙ бәхетебеҙҙе һынап ҡарайбыҙ.

Бер йыл тирәһе арауыҡта 60 тирәһе заданиены эшләнек. Барлығы 1300 балл тупланыҡ. Һөҙөмтәлә беҙ тағы ла берҙәмерәк, дуҫыраҡ булдыҡ һәм командала эшләргә өйрәндек. Шуныһы: шиғыр, йыр яҙыу, робот яһау, ағас ултыртыу кеүек ғәмәлдәрҙе атҡарып бер-беребеҙҙе тағы яҡшыраҡ белдек һәм астыҡ.

Беҙ – Башҡортостан вәкилдәре. Шуға күрә халҡыбыҙҙың ҡунаҡсыл икәнлеген беләбеҙ. Илебеҙҙең башҡа төбәктәренән килгәндәрҙең башҡорт халҡының ҡунаҡсыллығына һәм матур, таҙа Өфөнән ҡәнәғәт булыуы күңелдәргә йәнә дәрт өҫтәне.  

Автор фотолары.

#годбольшойидружнойсемьи102

 

Йәшәү йәме, ғәме – ғаиләлә
Йәшәү йәме, ғәме – ғаиләлә
Йәшәү йәме, ғәме – ғаиләлә
Йәшәү йәме, ғәме – ғаиләлә
Йәшәү йәме, ғәме – ғаиләлә
Йәшәү йәме, ғәме – ғаиләлә
Йәшәү йәме, ғәме – ғаиләлә
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас