Донъя йәме – балаларҙа

Әнүзә Абзал ҡыҙы менән Рауил Ноғман улына  биш ейәнен тәрбиәгә алып үҫтерергә тура килә...

Донъя йәме – балаларҙаДонъя йәме – балаларҙа
Донъя йәме – балаларҙа

 Белорет районының Үрге Әүжән ауылында йәшәгән Ишбулатовтарҙың ҙур һәм татыу  ғаиләһе хөрмәт һәм һоҡланыу уята. Әнүзә Абзал ҡыҙы менән Рауил Ноғман улына 2023 йылдан биш ейәнен тәрбиәгә алып үҫтерергә тура килә.

–Ҙур ғаилә  ҙур хәстәрлек талап итә, уның менән ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға, һөйөнөстәрҙе ихлас уртаҡлашырға мөмкин, – ти Әнүзә Абзал ҡыҙы.

Өлкәндәре Айнур әле армия хеҙмәтендә. Аделина – Белорет күп профилле колледж студенты. Ангелина –5-се, Артем 3-сө класта уҡый, Арслан балалар баҡсаһына йөрөй. Йорт хужаһы Рауил Ноғман улы ауыл хакимиәтендә электрик булып эшләй. Әнүзә Абзал ҡыҙының иңендә – хужалыҡ эштәрен башҡарыуҙан  тыш, балаларҙы тәрбиәләү, мәктәпкә әҙерләү мәшәҡәттәре. Эреле-ваҡлы эштәр менән оҙон көндөң нисек үткәне һиҙелмәй ҙә ҡала. Һәр баланың үҙ мәнфәғәттәре һәм шөғөлдәре. Берәүҙәр һүрәт төшөрөү менән мауыға, төрлө түңәрәктәрҙә ҡатнаша, йыр- бейеүҙә оҫталыҡтарын һынай. Артем яңыраҡ гитарала уйнарға өйрәнә башлаған. Ишбулатовтар йортонда музыка хәҙер йышыраҡ яңғырай башлаған.

Йәй көнө ғаиләнең мәшәҡәттәре тағы ла нығыраҡ арта, балалар хужалыҡта ҡулдан килгән ярҙамды күрһәтә, ҡош-ҡорт ҡарай, йәшелсә үҫтерә. Ял итергә лә ваҡыт табалар, диңгеҙ буйында ял итәләр, төрлө ҡалаларға сәйәхәткә сығалар.  

2026 йыл республикабыҙҙа Ҙур һәм татыу ғаилә йылы итеп иғлан ителде. Ишбулатовтар – тап  ошондай берҙәм, хәстәрлекле ғаиләләрҙең береһе лә инде.

Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.

#годбольшойидружнойсемьи102

Донъя йәме – балаларҙа
Донъя йәме – балаларҙа
Донъя йәме – балаларҙа
Донъя йәме – балаларҙа
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас