

Асҡын районының Мутабаш ауылында йәшәгән Ришат Заманов “Атайҙар фиҙакәрлеге” республика конкурсында ҡатнаша. Ул алты бала атаһы, яҡындары тураһында хәстәрлек күреп, хеҙмәттә янып йәшәгән ир-аттарҙың береһе. Урта махсус белемде Асҡын һөнәрселек училищеһында ала. Әле ун йылдан ашыу Ҡышлау-Йылға ауылы мәктәбендә мейес яғыусы булып эшләй. Шулай уҡ Мутабаш ауыл советы хакимиәте депутаты булараҡ йәмәғәт эштәре менән мәшғүл, махсус хәрби операция яугирҙәре өсөн гуманитар ярҙам туплауҙа, экология өмәләре ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша. Ул кешеләрҙе берләштереү, яңы эштәргә рухландырыу һәләтенә эйә. Ауыл депутатының тынғыһыҙлығы, ярҙамсыллығы һөҙөмтәһендә хәҙер ауылды балалар майҙансығы биҙәй. Бала-сағаның рәхәтләнеп уйнаған, уйын-көлкө тынмаған күңелле урынына әүерелде ул.
Гөлсәсәк һәм Ришат Замановтар ғаиләһе 2008 йылда барлыҡҡа килә. Бөгөн бәхетле ата-әсә бер йәштән 17 йәшкә тиклемге алты бала тәрбиәләй. Хужалыҡ та ҙур, күмәкләп умартасылыҡ менән шөғөлләнәләр, баҡса үҫтерәләр. Ғаилә традицияларына, тыуған яҡҡа, мәҙәниәткә һөйөү уты тап ошонда ҡабына. Милли кейем байрамы көндәрендә әүҙем ҡатнашыу быуындар араһындағы бәйләнештәрҙе нығытырға ярҙам итә.
9-сы класта уҡыған ҡыҙҙары Гөлнур - районда шәп саңғысыларҙың береһе, мәктәптең ҙур ғорурлығы. Рәсәйҙә үткәрелгән ярыштарҙа еңеүҙәр яулаған спортсы, 2025 һәм 2026 йылдарҙа саңғыла ярышыуҙа ил кимәлендә беренсе урынды алған.
Ришат Мәғәнәүи улы “Атайҙар фиҙакәрлеге” конкурсында тәүге тапҡыр ҡатнаша. Ауылдаштары уны ышаныслы ғаилә башлығы, әүҙем йәмәғәтсе, эшлекле, тырыш хеҙмәткәр булыуы өсөн хөрмәт итә һәм наградаға лайыҡлы тип иҫәпләй.
“Атайҙар фиҙакәрлеге” йәмәғәт наградаһына республика конкурсын Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы үткәрә. Быйыл заявкалар ҡабул итеү 1 авгусҡа тиклем оҙайтылды.
Фото: “Аскинская новь” гәзите сайты.