Сабыйҙар бәхетле булһын!

Бер көндә ике ғаиләлә бишенсе сабыйҙың тыуыуы теркәлде.

Сабыйҙар бәхетле булһын!Сабыйҙар бәхетле булһын!
Сабыйҙар бәхетле булһын!

Салауат ҡалаһының ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәре бер көндә ике ғаиләлә бишенсе сабыйҙың тыуыуын теркәп, ата-әсәләрҙең шатлығын уртаҡлашты. Лилиә Рим ҡыҙы һәм Альфред Сағман улы Хисмәтуллиндар ғаиләһендә ҡыҙ баланың тыуыуын көтөп алдылар. Ағалары Руслан менән Рамазан һәм апалары Эльвина менән Элина Аида исемле һеңлекәштәренең донъяға килеүен һөйөнөп ҡаршы алды.

Май айы Мария Сергеевна һәм Олег Рәмил улы  Мөхәмәтдиновтар өсөн дә шатлыҡлы булды. Оло ғаиләлә үҫкән  улдары Савелий һәм өс игеҙәктәре Амалия, Юлия, Ульяна эргәһенә Таисия өҫтәлде.

Ҙур һәм татыу ғаилә йылы бәхетле ғаиләләргә тағы ла күберәк шатлыҡтар, уңыштар килтерһен! Сабыйҙарығыҙҙы имен-һау үҫтерегеҙ, хөрмәтле ата-әсәләр!

Фото: Башҡортостан юстиция эштәре буйынса комитет сайты.

Сабыйҙар бәхетле булһын!
Сабыйҙар бәхетле булһын!
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас