

Ғаилә – ул йәшәүебеҙ мәғәнәһе, асылы, илһам, шатлыҡ-ҡыуаныс сығанағы, бәхетле һәм уңышлы киләсәк нигеҙе. Ғаиләң ныҡлы ҡәлғәң булғанда, уҡырға, эшләргә, ижад итергә, ғөмүмән, йәшәргә дәрт-көс артҡандан-арта. Ғөмүмән, һәр ил үҙенең ныҡлы ғаиләләре менән көслө. Ниндәй генә заман булмаһын, лайыҡлы граждандар, тоғро ил һаҡсыларын, егәрле ҡыҙҙар тәрбиәләгән ғаиләләр өлгөлө һаналған. Әле лә шулай.
Ни тиһәң дә, һәммәһенең дә тормошо ғаиләнән башлана, унда төрлө матур ғәмәлдәргә нигеҙ һалына, ғәзиз ҡыҙҙарыбыҙ һәм улдарыбыҙ иһә беҙҙең быуындар сылбырын дауам итә. Йәшәүебеҙ йәме һәм мәғәнәһе ул – ғаилә. Ошо “ҡәлғәбеҙ” ныҡлы һәм ышаныслы икән, үҙебеҙ ҙә, Башҡортостаныбыҙ ҙа, илебеҙ ҙә, йәмғиәтебеҙ ҙә алға бара, тотороҡло була.
Эргәбеҙҙә донъяны йәмләп, яҡын-тирәгә нур һибеп, күптәргә өлгө булып йәшәүсе ихлас ғаиләләр, балаларына белем, һөнәр биреп, тормош юлына аяҡҡа баҫтырыусы атайҙар, барлыҡ булмышын,наҙын сабыйҙарына өләшеп йәшәүсе әсәй һәм өләсәйҙәр, олатайҙар, күңел йылыһын етемдәргә биргән опекундар, патронат тәрбиәселәр, ҡаһарман улдар һәм ҡыҙҙар, өлгөлө шәхестәр тәрбиәләгән ғаиләләр ҙә етерлек.
Республикабыҙҙағы барлыҡ ғаиләләргә именлек, һаулыҡ, бәхет, шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйбеҙ.
Айрат Нурмөхәмәтовтың төрлө йылдарҙа төшөрөлгән фотоэтюдтары.
#годбольшойидружнойсемьи102