Кемдәр улар "Айыҡ ауыл" еңеүселәре?

Бөрйән районына Башлыҡ бүләге эләкте

Кемдәр улар "Айыҡ ауыл" еңеүселәре?Кемдәр улар "Айыҡ ауыл" еңеүселәре?
Кемдәр улар "Айыҡ ауыл" еңеүселәре?

Хөкүмәт кәңәшмәһенең тағы бер күңелле өлөшө – унда “Айыҡ ауыл” республика конкурсы еңеүселәре бүләкләнде. Бәйге етенсе тапҡыр үтте, аҡсалата сертификаттар һәм дипломдарҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы.

Бына еңеүселәр. “Бәләкәй ауылдар” номинацияһында өсөнсө урынды Тәтешле районының Бәләкәй Бәлзүгә ауылы, икенсе урынды Борай районының Яңы Йәлдәк ауылы, беренсе урынды Асҡын районының Гөмбә ауылы яуланы.

“Уртаса ауылдар” номинацияһында өсөнсө урынға — Бүздәк районының Ҡаран ауылы, икенсе урынға — Ҡалтасы районының Кәкүш ауылы, беренсе урынға Ауырғазы районының Татар Нуғаҙағы ауылы лайыҡ булды.

“Ҙур ауылдар” номинацияһында Кушнаренко районының Ҡалтай ауылы — өсөнсө, Краснокама районының Яңы Бөртөк ауылы икенсе яуланы, ә Ейәнсура районының Өмбәт ауылы лидер булды.

“Эре ауылдар” номинацияһында Баймаҡ районының Мерәҫ ауылы — өсөнсө, Өфө районының Николаевка ауылы – икенсе, Дүртөйлө районының Иҫке Байыш ауылы беренсе урын алды.

– Был ғәжәп конкурс, ул беҙҙең бөтә ышанысты аҡланы. Кешеләрҙә айыҡ йәшәү рәүешенә ынтылыш килеп сыға, команда характеры барлыҡҡа килә. Күңелдә яҡшылыҡҡа ышаныу тыуа. Конкурсты ойоштороусыларҙың береһе Эльвира Айытҡоловаға рәхмәт. Олоһо ла, кесеһе лә унда ҡатнаша. Муниципалитет башлыҡтары бәйге өсөн ныҡ тырыша, — тине Радий Хәбиров.

Әйткәндәй Башҡортостан Башлығы конкурста ҡатнашып, район этабында еңгән һәм республика этабында яҡшы сығыш яһаған, әммә еңеүселәр рәтенә инмәгән тағы бер ауылды бүләкләргә булды. Был – Бөрйән районының Ғәҙелгәрәй ауылы. Ауыл халҡы конкурста еңһә, һыу үткәргес эшләргә теләгән. Әммә саҡ ҡына балдары етмәгән.

– Мин конкурсты ойоштороусыларҙың береһе булараҡ тәҡдим индергем килә. Ғәҙелгәрәй ауылы халҡы бик яҡшы заявка әҙерләгән, улар һыу үткәргес эшләргә теләгән. Мин финанслау сығанағын табасаҡмын, һыу үткәргес эшләйәсәк, – тине Радий Хәбиров.

Конкурс тураһында Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова һөйләне. Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко уның ҡатнашыусыларына видеосәләм ебәргән. Унда Башҡортостандың “Айыҡ ауыл” проекты сәләмәт йәшәү рәүешенә ынтылышты арттырыуҙың һәм халыҡ араһында алкоголь ҡулланыуҙы кәметеүҙең уңышлы миҫалдарының береһе булып тора тип билдәләне.

Фото: скриншот. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас