Эшкә лә, еләккә лә – гел бергә

Бер саҡ район гәзитендә етем ҡалған ике ҡыҙ бала тураһында уҡығас, ҡыҙҙары  ата-әсәһен ошо сабыйҙарҙы барып күрергә күндерә...

Эшкә лә, еләккә лә – гел бергәЭшкә лә, еләккә лә – гел бергә
Эшкә лә, еләккә лә – гел бергә

Кушнаренко районында йәшәгән Нәбиуллиндар ғаиләһе 35 йыл инде бергә татыу донъя көтә, балалар үҫтерә. Ошо осор эсендә үҙ балаларын үҫтереүҙән тыш, күңелдәре менән һайлап алған 11 баланы тәрбиәләп аяҡҡа баҫтырҙы.

Йорт хужаһы Фәрит Фәнил улы мәктәп автобусы водителе булып эшләй. Әлфиә Ғәлимхан ҡыҙы ғүмерен бала тәрбиәләүгә арнаны, бөтә тырышлығын, уңғанлығын ишле ғаиләне ҡарауға бирә. Бөгөн дә уларҙың йорто балалар тауышынан гөр килеп тора, буш торғаны ла юҡ. Өлкән балалары үҙҙәренең ҡыҙ-малайҙарын эйәртеп килә, кеселәре хужалыҡта ярҙам итә. Байрамдарҙы  ҙур өҫтәл артына ултырып бергәләп ҡаршылайҙар.

Ирле-ҡатынлы Нәбиуллиндар үҙҙәре лә ишле ғаиләлә тыуып үҫкән. Шуға күрә күп балалар йүгереп йөрөгән ҙур йорт төҙөү уларҙың хыялында булыуы ғәжәп түгел.

Әммә ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған сабыйҙарҙы ғаиләгә алыу ҡарары тиҙ генә тыумай. Бер саҡ район гәзитендә етем ҡалған ике ҡыҙ бала тураһында уҡығас, ҡыҙҙары ата-әсәһен ошо балаларҙы барып күрергә күндерә. Ул саҡта Элинаға биш, ә Альбинаға ни бары бер йәш тә алты ғына ай була.

“Сабыйҙар беҙгә оҡшаны, беҙ уларҙы үҙебеҙҙең ғаиләгә ҡабул иттек”, – тип хәтергә ала ул көндәрҙе Әлфиә Ғәлимхан ҡыҙы. Тәүге йылдарҙа ғаилә ритмын көйләүе, яңыса йәшәргә өйрәнеүе, төндә тороп, ашарға әҙерләүе, һәр балаға иғтибар биреүе ҡыйын була. Аҡрынлап бер-береһенә яраҡлашырға, йәшәргә өйрәнәләр.

Ғаилә лә ҙурая, үҫә бара. Бөгөн улар араһында табиптар, уҡытыусылар, психологтар, Күп функциялы үҙәк белгестәре, студенттар бар. Һәр береһенең яратҡан шөғөлө.

Ғаилә айырыуса сәләмәтлек мөмкинлектәре  сикләнгән дүрт баланың  да юғары белем алып, профессияһы буйынса эшләп йөрөүҙәре менән ғорурлана.

 Дини байрамдарҙы ла Нәбиуллиндар  бергә үткәрә. Ҡышҡы кистәрҙә күмәкләп билмән эшләргә, йәйен бергәләп еләккә йөрөргә, урманда миндек әҙерләргә ғәҙәтләнгән улар.

–Беҙ үҙ өлгөбөҙҙә балаларға  ғаилә ул  – бер татыу команда, хәстәрлек күреү тормошобоҙҙоң мөһим өлөшө, тип өйрәтәбеҙ, – ти Фәрит Фәнил улы.

Уларҙың йылы ояһынан күптән осоп сығып киткәндәре лә йыш ҡына  байрамдарға, ял көндәренә килеп етә. Был оло, татыу ғаилә өсөн иң мөһиме - ҡоростай һаулыҡ, бер-береңә тәрән ышаныс.

 Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайтынан.

 

 

Эшкә лә, еләккә лә – гел бергә
Эшкә лә, еләккә лә – гел бергә
Эшкә лә, еләккә лә – гел бергә
Эшкә лә, еләккә лә – гел бергә
Эшкә лә, еләккә лә – гел бергә
Эшкә лә, еләккә лә – гел бергә
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас