Ишле ғаилә – ил ҡото

Өфөләге 9-сы ҡала клиник дауаханаһында “Йөклө ҡатындар мәктәбе” эшләй. Был – буласаҡ әсәйҙәрҙе һәм атайҙарҙы тормоштарында буласаҡ мөһим ваҡиғаға әҙерләүгә йүнәлтелгән төп ижтимағи йүнәлеш.

Ишле ғаилә – ил ҡотоИшле ғаилә – ил ҡото
Ишле ғаилә – ил ҡото

Беҙҙә быйыл махсус йыл — Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылы. Һәм, был йылды иғлан итеп, ил Президенты, Рәсәй – ул ғаиләләр ғаиләһе, тип белдергәйне.

Әйткәндәй, илдә тормошҡа ашырылған “Ғаилә” милли проекты биш федераль проектты һәм барлыҡ этаптарҙа ла ғаиләләргә ярҙамды үҙ эсенә ала. Айырым федераль проект күп балалыҡты үҫтереү буйынса дәүләт ғаилә сәйәсәте өҫтөнлөктәрен айырып билдәләй. Федераль кимәлдә күп балалы ғаиләләрҙең берҙәм хоҡуҡи статусы булдырылған һәм был категория өсөн төп социаль гарантиялар билдәләнгән.

“Ғаилә” милли проекты ата-әсәләргә һәм балаларға ярҙам итеү өсөн ғәмәлдәге сараларҙы берләштерә: әсәлек капиталы түләнә, икенсе, өсөнсө һәм артабанғы сабыйҙар тыуыу өсөн өҫтәмә стимулдар булдырыла. Тотош ил буйынса әүҙем оҙон ғүмерлелек практикаһы тормошҡа ашырыла. 14-22 йәшлек йәштәргә музейҙарға, театрҙарға, кино залдарына һәм башҡа мәҙәниәт ойошмаларына бушлай йөрөү мөмкинлеген биргән “Пушкин картаһы” программаһы ғәмәлдә.

Күптәр күп балалы ғаилә тураһында хыяллана, идеаль шарттарҙа һәр икенсе өс һәм унан күберәк балалы ғаилә ҡорорға теләй – һорауҙарға яуап биргәндәрҙең 53 проценты ошо хаҡта белдергән. Шул уҡ ваҡытта күп балалыҡты, нигеҙҙә, ирҙәр хуплай: улар, ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарағанда, 1,8 тапҡырға күберәк дүрт һәм унан күберәк бала теләй.

Демографик хәүефһеҙлек дәүләттең һәр яҡлап үҫеше һәм уның милли именлеге нигеҙендә ята. Халыҡ – илдең төп байлығы. Был мәсьәләләр республика Башлығы Радий Хәбировтың һәм төбәк етәкселегенең иғтибар үҙәгендә. Беҙҙең илдә һәм республикала ғаиләләргә, бигерәк тә күп балалыларға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән ярайһы уҡ һөҙөмтәле социаль сәйәсәт алып барыла. 

 Өфөләге 9-сы ҡала клиник дауаханаһында “Йөклө ҡатындар мәктәбе” эшләй. Был – буласаҡ әсәйҙәрҙе һәм атайҙарҙы тормоштарында буласаҡ мөһим ваҡиғаға әҙерләүгә йүнәлтелгән төп ижтимағи йүнәлеш. Ул “Ғаилә” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән.

Был программа кәрәкле мәғлүмәттәр менән танышыу, һөнәри кәңәштәр, ярҙам алыу мөмкинлеген бирә һәм бала табыуға, әсәй, атай булыуға тыныс әҙерләнергә булышлыҡ итә.

Мәктәп программаһы йөклөлөк, бала табыуға әҙерләнеү, әсә һәм сабый сәләмәтлеген тәьмин итеү, шулай уҡ баланы тәрбиәләү мәсьәләләрен үҙ эсенә ала. Сарала ҡатнашыусылар шулай уҡ бала табыу йортонда булыу, медицина хеҙмәткәрҙәре, белгестәре менән эш итеү йәһәтенән кәңәштәр ала.  

“Йөклө ҡатындар мәктәбе” кәңәштәр биреү сығанағы ғына түгел, социаль эш итеү платформаһы ла. Ул тормоштағы мөһим этапҡа әҙерләнергә ярҙам итә. Был белем һәм кәңәштәр ата-әсәләргә яңы ролде тыныс, ышаныслы ҡабул итергә, бала тәрбиәләргә әҙерләнергә ярҙам итә.

Нәсих Хәлисов фотоэтюды.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас