Сәскәләргә – ҡояш, балаларға әсәй кәрәк

Ҡатын-ҡыҙ тураһында әйтелгән матур һүҙҙәр бер ҡасан да артыҡ булмай, бигерәк тә улар оло йөрәкле күп балалы әсә тураһында барһа. Яҙғы матур көн, иркә-көләс ҡояш, тәүге сәскәләр күҙ алдымда ошондай образ тыуҙырҙы. Ә ул ҡатынды мин әллә ҡасандан күҙәтеп йөрөй инем, ниһайәт, яҡыныраҡ танышырға ваҡыт етте.

Сәскәләргә – ҡояш, балаларға әсәй кәрәкСәскәләргә – ҡояш, балаларға әсәй кәрәк
Сәскәләргә – ҡояш, балаларға әсәй кәрәк

Шулай итеп, һүҙем һөйкөмлө, наҙлы, хәстәрлекле, итәғәтле ҡатын – биш бала әсәһе Зөлфиә Ғилманова тураһында. Зөлфиә Салауат ҡалаһында Сатира менән Сынтимер Исмәғилевтәрҙең татыу ғаиләһендә тыуған. Атаһы Сынтимер Мосорат улы – сығышы менән Ишембай районының Ғүмәр, әсәһе Сатира Бикҡужа ҡыҙы – ошо уҡ райондың Арлар ауылынан. Сатира апай һөнәре буйынса штукатур-маляр булып эшләгән, Салауат ҡалаһындағы Мәҙәниәт һарайын төҙөүҙә ҡатнашҡан. Сынтимер ағай төрлө ойошма-предприятиеларҙа электр селтәрҙәрен ремонтлаған, сымдар һуҙған. Күпмелер ваҡыт үткәс, ғаиләгә Ишембай районынан эш тәҡдим итәләр. Һөҙөмтәлә улар Биксән ауылына күсеп ҡайта. Зөлфиәнең ҡустыһы Зөлфир тап ошо ауылда тыуған.

Балалар мәктәп йәшенә еткәс, уларҙы төрлө түңәрәктәргә йөрөтөү теләге менән ғаилә Биксән ауылынан Ишембай ҡалаһына күсеп килә. Зөлфиә 1999 йылда З. Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатын тамамлай. Был белем биреү ойошмаһы гимназия статусы алғандан алып төрлө уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлек итте. Зөлфиә уҡыған сағында киләсәккә пландар ҡора, бала саҡтан килгән уҡытыусы булыу хыялына ынтыла. Шулай итеп, ул Бәләбәй педагогия колледжына башланғыс кластар уҡытыусыһы белгеслеге буйынса уҡырға инә. Уны 2003 йылда уңышлы тамамлап, артабан Силәбе педагогия университетының психология һәм педагогика факултетында ситтән тороп уҡый. 2009 йылда психолог һөнәренә диплом ала.

Зөлфиә буласаҡ тормош юлдашы – Әлшәй районы егете Зинур Шәрифйән улы Ғилманов менән 2002 йылда таныша. Йәштәр оҙаҡламай ғаилә ҡора. Ире һәм әсәһе ситтән тороп юғары белем алған ҡатынға балаларҙы ҡарашырға ярҙам итә. Ғилмановтар ғаиләһен ҡыуандырып, бер-бер артлы Яҙгөл, Илназ һәм Эльза тыуа. Балалар үҫкәндә уңайлы булһын тип Зөлфиә Сынтимер ҡыҙы 2007 йылда “Аҡбуҙат” башҡорт балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эш башлай.

– Бында тәжрибәле тәрбиәселәрҙән күп нәмәгә өйрәндем, теоретик белемемде тәжрибә менән нығыттым, – тип уртаҡлашты Зөлфиә Ғилманова. – Балалар баҡсаһында эшләп йөрөгәндә, мәғариф идаралығынан шылтыратып, Ишембайҙағы “Пеликан” балалар йортона ике телдә яҡшы аралашҡан белгес кәрәк, тинеләр. Психологҡа уҡып сыҡҡас, ризалаштым. Ошо ойошмала тәүге тапҡыр етем балалар менән эшләү тәжрибәһен алдым, балаларҙың ғаиләлә һәм социаль үҙәктә тәрбиәләнеү айырмаһын яҡшы аңланым. Ул саҡта балалар йортоноң мөдире Рәзилә Мөнир ҡыҙы Бәхтийәрова ине. Миндә шунда уҡ: “Ғаиләмә ата-әсәйһеҙ ҡалған балаларҙы алырға кәрәк, һис шикһеҙ, уларҙы кеше итә аласаҡмын”, –  тигән уй тыуҙы. Был хәлгә әкренләп иптәшемде әҙерләй башланым, балалар менән дә һөйләшеү алып барҙым.

Шулай итеп, 2013 йылда Ғилмановтар ғаиләһенә апалы-һеңлеле Алһыу менән Наҙгөлдө йәшәргә алып ҡайта. Ул саҡта Алһыуға – өс йәш тә туғыҙ ай, Наҙгөлгә бер йәш тә һигеҙ ай була.

– Ошо йәһәттән Яҙгөл ҡыҙым ҙур ярҙамсыға әйләнде, үҙенә ни бары 10 йәш кенә ине. Баламдың ойоштороу һәләте барлығын күрҙем, – тип һүҙен дауам итте күп балалы әсә. – Илназ улым, Тимур һәм уның командаһы, тип ғорурланып китте. Ә үҙебеҙҙең өсөнсө балабыҙ Эльзаға ул ваҡытта ни бары бер йәш тә ике ай ине. Шуға ул Алһыу һәм Наҙгөл менән бергә үҫте. Ҡайҙа йөрөһәк тә кешеләр, был өс ҡыҙҙы күреп, ҡыҙыҡһынып һораша торғайны. Әле лә ҡыҙҙар гел татыу, бер төптән.

Ғилмановтарҙың балаларының барыһы ла – Ишембай ҡалаһының 1-се гимназия уҡыусылары. Мәктәптә уҡыу рус телендә барһа ла, улар башҡорт телендә аралаша. Оло ҡыҙҙары Яҙгөл 9-сы кластан һуң Салауат медицина колледжына уҡырға инә, уны ҡыҙыл дипломға тамамлай. Артабан уҡыуын Өфө фән һәм технологиялар университетының психология факультетында дауам итә. Яңыраҡ ҡыҙыл диплом алып, ата-әсәһен, туғандарын ҡыуандырған. Улдары Илназға килгәндә, шулай уҡ 9-сы кластан һуң Салауат педагогия колледжында уҡып, хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге буйынса диплом яҡлай. Алһыу ҙа 9-сы кластан һуң Салауат педагогия колледжы коррекция педагогикаһы факультетының 1-се курсында уҡып йөрөй. Ә бер туғандар һымаҡ үҫкән Наҙгөл менән Эльза 8-се класта уҡып йөрөй, улар – класташтар.

– Бала саҡта уҡ күп балалы ғаиләләргә күҙем ҡыҙып ҡарай торғайным. Ирем Зинур ҙа туғыҙ балалы ғаиләлә тәрбиәләнгән, төпсөк бала. Ҡәйнәм, Тәнзилә Солтан ҡыҙы тәрән зиһенле, сабыр, ипле кеше булды. Һәр бәләкәскә тигеҙ ҡарарға унан өйрәндем. Балаларын бергә йыйып, һәр саҡ иғтибар үҙәгендә булды. Балаларҙы тәрбиәгә алыуҙы ла аңлап ҡабул итте, ҙур ярҙам күрһәтте. Ул саҡта үҙ әсәйем һәм атайым мәрхүмдәр ине, – тип иҫкә төшөрҙө Зөлфиә Сынтимер ҡыҙы. – Арлар ауылында йәшәүсе әсәйемдең бер туған апаһы Нәзирә Бикҡужа ҡыҙы ла миңә әсәй, балаларға өләсәй урынына ҡалды. Балаларыма ололарса тәрбиә бирҙе, әҙәпкә өйрәтте.

Ғаилә башлығы Зиннур Ғилмановҡа килгәндә, әлеге мәлдә ул Салауат комбинатында монтажсы булып эшләй. Бәләкәй саҡтан спорт яратҡас, бигерәк тә көрәште, ат сабышын үҙ иткәс, балаларын да сыныҡтырып үҫтергән. Уларҙы кескәй саҡтарынан уҡ конькиға баҫтыра, бассейнға йөҙөргә йөрөтә. Балалар ғаиләлә халыҡ йолаларын өйрәнеп, конкурстарҙа муниципаль район этабында ғына түгел, ә республика кимәлендә лә ҡатнашырға тырыша. Атай-әсәйгә ҡарап, Ҡөрьән сүрәләрен ятлайҙар, ураҙа тоталар, ифтар мәжлестәрендә ҡатнашалар. Йәйен баҡсала эшләйҙәр, һәр кем үҙ түтәленән уңыш йыйып ала. Ни сәсһәң, шуны урырһың, тигән мәҡәлде тура һәм күсмә мәғәнәлә лә яҡшы аңлап, эшкә өйрәнеп, сынығып үҫәләр. Батырға ла ял кәрәк, тигәндәй, тәбиғәт ҡосағына сығырға ла онотмайҙар. Ғилмановтарҙың ғаиләһе Шүлгән мәмерйәһенән алып Башҡортостандың ете мөғжизәһен дә урап сыҡҡан.

– Минең төбәк кимәлендә лә эшләргә теләгем бар ине, шуға республика ойошмаһы булған Петровск балаларҙы тәрбиәләүгә булышлыҡ итеү үҙәгенә эшкә күстем. Бында тәрбиәләнеүселәр Башҡортостандың төрлө район-ҡалаһынан ҡабул ителә. Шуныһы ҡыуаныслы, балаларҙы тәрбиәгә алған ғаиләләр күп. Һәр тәрбиәләнеүсе шәхсән иғтибарға лайыҡ. Тәрбиәгә алған ата-әсәләр менән эшләгәндә, әлбиттә, тәү сиратта үҙ тәжрибәм ярҙам итә, – тине һүҙен тамамлап әңгәмәсем. – Күп балалы әсә, психолог булараҡ та ҡатын-ҡыҙҙарға әйтә торған һүҙем бар ине. Килеп тыуған ауырлыҡтарға бирешмәгеҙ, сабыр, аҡыллы булығыҙ. Йортоғоҙҙа һеҙгә ярҙам ҡулы һуҙған кешеләрегеҙ булһын. Шуныһы мөһим, ярҙам һорарға бер ҡасан да оялмағыҙ. Ваҡытты үҙегеҙгә лә, балаларығыҙға ла тигеҙ бүлегеҙ. Шул уҡ ваҡытта тормош юлдашығыҙға ла иғтибарлы булығыҙ, сөнки балаларҙың тәрбиәһе тап атай-әсәйҙең үҙ-ара мөнәсәбәтенән килә. Проблемаларҙы уртаға һалып, күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеүгә ни етә? Берҙәм, татыу булығыҙ, уңыштар!

Айһылыу ВАХИТОВА.

Фото: ғаилә архивынан.

Ишембай районы.

#годбольшойидружнойсемьи102

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас