

Был – бик һирәктәр өлөшөнә төшкән бәхет. Оло юбилей бер-береңә тоғролоҡ, ышаныс, мөхәббәт символын кәүҙәләндерә. Етмеш йыл буйына ҡулға-ҡул тотоношоп, шатлыҡ-ҡайғыларҙы уртаҡлашып, бер-береңә юл биреп һәм хөрмәт күрһәтеп йәшәп ҡара! Беҙҙең заманда бындай ҙур юбилей ғаилә байрамы ғына түгел, ә батырлыҡ та, тоғролоҡҡа һынау ҙа.
Нуриман районының Красный Ключ ҡасабаһында йәшәгән Любовь һәм Михаил Морозовтар тап ошондай бәхетле парҙарҙың береһе. Михаил Гаврилович оҙаҡ йылдар Яман-Йылға урман хужалығында, аҙаҡ Ағиҙел пароходствоһында хеҙмәт итә. Любовь Васильевна ауыл мәктәбендә эштәр башҡарыусы вазифаһын атҡара.
Морозовтар ғаиләһе тарихы бынан 70 йыл элек башлана. Йәш Михаил ауыл клубында матур ҡыҙҙы күреп ҡалып, бейеүгә саҡыра. Бер аҙҙан, 1956 йылдың 18 февралендә, никахҡа инәләр. Ошо ваҡыттан алып хәстәрлек, һынауҙар, хеҙмәт менән тулы ғаилә йылдары дауам итә. Улар ике ул тәрбиәләп үҫтерә, хәҙер өс ейәнгә һәм дүрт бүләгә хәстәрлекле олатай һәм өләсәй.
“Татыу йәшәүҙең сере ябай, – ти улар.– Бер-береңде тыңлай һәм ишетә белергә, үпкәләрҙе оноторға һәм, әлбиттә, ысын күңелдән яратырға кәрәк. Ғаилә – шатлыҡ ҡына түгел, ул – көндәлек хеҙмәт тә”.
Юбилярҙарға ҡарап, ысын мөхәбәттең һис тә ҡартаймауын күрәһең. Бер-береһе тураһында хәстәрлек һүҙҙәрендә генә түгел, һәр хәрәкәттәрендә сағыла. Бәхетле парҙарҙы Нуриман районы хакимиәте башлығы Вилдан Ситдиҡов юбилейҙары менән ҡотлап, уларға оҙайлы ғүмер, һаулыҡ теләне һәм Башҡортостан Башлығы исеменән иҫтәлекле бүләк һәм ҡотлау адресы тапшырҙы. Красный Ключ ауыл биләмәһе башлығы Руслан Әхмәтдинов менән Нуриман районының ЗАГС бүлеге начальнигы Айһылыу Иплаева ла иң яҡшы теләктәрен юбилярҙарға еткерҙе.
Фото: Башҡортостан Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты сайты.