

Борай районында ата-әсә тәрбиәһенән мәхрүм ҡалған етем үҫмергә яңы йорт асҡысы тапшырылды. Уның шатлығын уртаҡлашырға район хакимиәте башлығы урынбаҫары Марат Ахунов, район прокуроры ярҙамсыһы Арыҫлан Шәрипов, Борай ауыл биләмәһе башлығы Тимур Әғзәмов, төҙөүсе Айҙар Ғарипов, опека һәм попечителлек секторы мөдире Айгөл Мөслимова, туғандары һәм ауылдаштары килде.
Фатир асҡысы менән бергә Артур Усмановҡа бүләктәр ҙә тапшырылды. Йорт бүлмәләренә сифатлы ремонт эшләнгән, бөгөн үк ин дә йәшә! Яҡташтары, егеттең йөҙөндә балҡыған шатлыҡты уртаҡлашып, уға бәхет, һаулыҡ теләне.
Фото: “Алға” гәзите сайтынан.