МХО-ла ҡатнашыусыларҙы адреслы оҙатыу тураһында указ сыҡты

Ул хәрбиҙәрҙең һәм уларҙың туғандарының социаль, көнкүреш, хоҡуҡи һәм башҡа мәсьәләләрен хәл итеүгә шәхси ҡарашты күҙ уңында тота.

МХО-ла ҡатнашыусыларҙы адреслы оҙатыу тураһында указ сыҡтыМХО-ла ҡатнашыусыларҙы адреслы оҙатыу тураһында указ сыҡты
МХО-ла ҡатнашыусыларҙы адреслы оҙатыу тураһында указ сыҡты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың ғаилә ағзаларын адреслы оҙатыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул хәрбиҙәрҙең һәм уларҙың туғандарының социаль, көнкүреш, хоҡуҡи һәм башҡа мәсьәләләрен хәл итеүгә шәхси ҡарашты күҙ уңында тота.

Министрлыҡ МХО-ла ҡатнашыусыларҙы адреслы оҙатыу буйынса эште ойошторорға һәм ведомство ҡарамағындағы учреждениеларҙың береһен был эш өсөн яуаплы итеп билдәләргә тейеш. Учреждение хәрбиҙәргә ярҙам итеү мәсьәләләре буйынса урындағы үҙидара органдары, “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды, Республикаға идара итеү үҙәге, Башҡортостандың ситуация үҙәге, күп функциялы үҙәк һәм башҡа ведомстволар менән үҙ-ара эш итергә тейеш.

 

Айрат НУРМӨХӘМӘТОВ фотоһы.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас