Республикала мөһим уҡыу курсы башланды

Советниктар институты кураторы, “Вера” фонды директоры һәм Халыҡ фронтының “Хәстәрлек төбәге” социаль проекты авторы Нюта Федермессер уҡыу курсының тап Өфөлә башланыу сәбәбен асты.  

Республикала мөһим уҡыу курсы башландыРеспубликала мөһим уҡыу курсы башланды
Республикала мөһим уҡыу курсы башланды

Рәсәйҙең ун төбәгенән социаль практикалар буйынса  тәжрибә уртаҡлашыу һәм танышыу өсөн Башҡортостанға белгестәр килде. 11 июндә Өфөлә беренсе көндөҙгө  «Психоневрология интернаттарында һәм балалар йорт-интернаттарында тормошто нормалләштереү» модуль курсы асылды.

Студенттар республикала дүрт көн буласаҡ һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән осрашасаҡ.

Был курс психик сәләмәтлек тайпылыштарына дусар кешеләргә ярҙам итеү өлкәһендә эшләгән белгестәр өсөн тәғәйенләнгән. Улар араһында – профилле төбәк министрлығы хеҙмәткәрҙәре, балалар һәм өлкәндәр өсөн психоневрология интернаттары директорҙары, шәфҡәт туташтары, табиптар, психологтар, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар һәм бизнес вәкилдәре. Уҡытыуҙың маҡсаты – система эсендәге кешеләрҙең тормошон яҡшыртыу өсөн илдәге интернаттарҙы үҙгәртеп ҡороуға булышлыҡ итеү, ун төбәктә егерме учреждение өсөн, шул иҫәптән Башҡортостанда, адреслы үҙгәртеп ҡороу проекттарын эшләү.

Курс кураторы Нюта Федермессер һуңғы ун йылда психоневрология системаһындағы үҙгәрештәр, ни өсөн системаның үҙгәртеп ҡороуға мохтажлыҡ кисереүе, ни өсөн был маҡсатта власть вәкилдәрен, НКО һәм бизнесты берләштереү кәрәклеге тураһында һөйләйәсәк. Халыҡ фронтының “Хәстәрлек төбәге” социаль проекты эксперттары блогы дәүләт учреждениелары системаһы менән танышыуға арнала.

Сарала ҡатнашыусылар Серафимовка балалар йорто, Салауаттағы  “Самоцветы” социаль хеҙмәтләндереү йорто һәм Өфө хосписы менән танышасаҡ. Уҡыуҙа ҡатнашыусы белгестәр учреждениелар эшмәкәрлегендәге “ауыртҡан” ерҙәрҙе анализлаясаҡ һәм проекттар өҫтөндә эш башлаясаҡ.

 Беренсе модуль Башҡортостанда үтә. Бында Советниктар институтын тамамлаусыларҙың  иң ҙур командаларының береһе  – барлығы туғыҙ кеше йыйылған. Республиканың тағы биш вәкиле быйыл “Психоневрология интернаттарында һәм балалар йорт-интернаттарында тормошто нормалләштереү" курсында уҡыясаҡ.

Советниктар институты кураторы, “Вера” фонды директоры һәм Халыҡ фронтының “Хәстәрлек төбәге” социаль проекты авторы Нюта Федермессер түбәндәгеләрҙе һөйләне:

– Беҙ курсты тап Өфөлә башлауыбыҙға бик шатбыҙ, сөнки старт мәлендә үк студенттарға төрлө өлкә вәкилдәренең тырышлыҡ һәм ресурстарҙы берләштергәндә ниндәй яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеп булыуын практикала  үрһәтергә теләйбеҙ. Бында, Башҡортостанда, етәкселектең социаль өлкә проблемаларына иғтибар биреүе, Каринэ Хәбированың әүҙемлеге, төбәк халҡының эшкә йәлеп ителеүе автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың  уңышына, Өфө хосписы барлыҡҡа килеүенә, уңышлы реформалар  тормошҡа ашырылыуына килтерҙе.

 

Михаил Землянов фотоһы. 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас