

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө хосписында “Социаль үҙгәрештәр буйынса кәңәшселәр институты” белем биреү программаһы нигеҙендәге “Психоневрология һәм балалар йорт-интернаттарында тормошто яйға һалыу” курсының тәүге модулендә ҡатнашыусылар менән осрашты.
“Хәстәрлек төбәге” халыҡ фронты проектына ярашлы тормошҡа ашырылған был башланғыстың кураторы – “Өмөт” хоспистарға ярҙам хәйриә фонды учредителе һәм директоры Нюта Федермессер. Уҡытыу барышында социаль булышлыҡты ойоштороуҙың заманса алымдары, менталь үҙенсәлектәре булған кешеләрҙе социалләштереү, йәшәү, хеҙмәт урыны менән тәьмин итеү мәсьәләләре ҡарала, тармаҡ учреждениеларын үҫтереү проекттары эшләнә.
Программала ҡатнашыусылар менән һөйләшер алдынан Радий Хәбиров хоспистың биләмәһен ҡараны, бында тәрбиәләнеүселәр, хеҙмәткәрҙәр менән аралашты.
Төп сараны Нюта Федермессер асып, үҙ сығышында Башҡортостанда социаль өлкә үҫешенең юғары кимәлен билдәләне. “Республикала көслө фекерҙәштәр командаһы булдырылған, – тине ул. – Уртаҡ тырышлыҡ һөҙөмтәһендә асылған Өфө хосписын бөтә илдәге коллегаларға яҡшы эш, кешеләргә иғтибарлы мөнәсәбәт өлгөһө тип күрһәтергә мөмкин”.
– Бындай заманса биналарҙы төҙөү, ҡорамалдар менән йыһазландырыу ғына етмәй. Процестарҙы дөрөҫ ойоштороу айырыуса мөһим – кешеләргә ярҙам һөҙөмтәһе тап шуға бәйле. Был йәһәттән яңы алымдарҙы даими эҙләргә, эште камиллаштырырға кәрәк, – тип билдәләне республика Башлығы Радий Хәбиров.
Артабан осрашыу “һорау – яуап” тәртибендә дауам итте. Сарала ҡатнашыусылар паллиатив ярҙамды үҫтереү, инвалид балалары булған ғаиләләргә, психоневрология интернаттарына ярҙам күрһәтеү, социаль сәйәсәтте тормошҡа ашырыуҙа коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың өлөшө һ.б. хаҡында фекер алышты. Өфө хосписын үҫтереү тураһындағы һорауға яуап биреп, Радий Хәбиров был проекттың күптән социаль учреждение ғына түгеллеген, ә паллиатив ярҙам өлкәһендә компетенциялар үҙәгенә әүерелгәнен билдәләне. Махсус хәрби операция ветерандарына булышлыҡ темаһына айырым иғтибар бүленде. Уларға һәм яҡындарына комплекслы ярҙам системаһы булдырылғаны хаҡында әйтелде.
– Ҡатмарлы медицина реабилитацияһы өсөн “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһы ҡарамағында махсус үҙәк төҙөйбөҙ, – тине Радий Фәрит улы. – Шул уҡ ваҡытта МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам буйынса муниципаль үҙәктәр селтәрен үҫтерәбеҙ. Башҡортостандың һауыҡтырыу базаһы көслө, уның ҡеүәтен яугирҙәрҙең сәләмәтлеген тергеҙеүгә лә йүнәлтеү мөһим.
Республика етәксеһе Социаль үҙгәрештәр буйынса кәңәшселәр институты программаһының төбәктәр өсөн әһәмиәтен билдәләне. Ул социаль сәйәсәттең һөҙөмтәлелеген аныҡ баһаларға, үҫештең яңы йүнәлештәрен табырға ярҙам итә.
– Республикабыҙҙа был өлкәлә яҡшы тәжрибә өлгөләре бар. Мәҫәлән, һуңғы биш йылда социаль етемдәр иҫәбе 20 процентҡа аҙайҙы. Ғаиләләр һаҡланһын өсөн барыһын да эшләргә тырышабыҙ. Ғәмәлдәге ярҙам алымдарын һөҙөмтәлерәк итергә ынтылабыҙ. Был ғаиләләргә, интернаттарға һәм башҡа йүнәлештәргә булышлыҡҡа ҡағыла. Беҙҙең бурыс – кешеләргә йәмғиәт менән бәйләнеште һаҡларға, тулы тормош менән йәшәргә ярҙамлашыу.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.
Беҙҙең МАХ-тағы каналға ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan