

Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә “Башҡортостанда оҙон ғүмер” программаһын тормошҡа ашырыу барышы тикшерелде. Доклад менән республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ольга Кабанова сығыш яһаны.
Министр белдереүенсә, “Башҡортостанда оҙон ғүмер” программаһы ете йүнәлеш буйынса тормошҡа ашырыла: һаулыҡ, уҡытыу, туризм, физкультура, мәҙәниәт һәм ижад, ирекмәнлек һәм остазлыҡ, шулай уҡ өлкән быуын граждандарының мәшғүллеге һәм килемен арттырыу. Проектта ҡатнашыусылар һаны буйынса Ҡалтасы, Мишкә, Бөрйән, Архангел һәм Көйөргәҙе райондары, шулай уҡ Сибай ҡалаһы алдынғы.
Башҡортостанда йәшәгән 64 меңдән ашыу пенсионер быйыл программаның туризм йүнәлешенән файҙаланған. Былтыр иһә программа 400 мең кешене үҙ эсенә алған. Пенсионерҙар республиканың иҫтәлекле урындарына бушлай йөрөй. Ә 2023 йылдан пенсионерҙарҙың льготалы шарттарҙа – Белоруссияла, ә 2024 йылдан Үзбәкстанда булыу мөмкинлеге бар. Шулай уҡ программаға Тажикстанды индереү ҡарала, был республика пенсионерҙарына Дүшәнбегә барырға мөмкинлек бирәсәк.
Өлкән йәштәге кешеләр күпләп үҙ иткән тағы бер йүнәлеш – спорт. Улар программа сиктәрендә ГТО нормативтарын тапшыра. Бының өсөн ике йыл эсендә 55 миллион һумдан ашыу аҡса алғандар. Ольга Кабанова хәбәр итеүенсә, 5,4 меңдән ашыу кешегә 10 мең һумлыҡ сертификат тапшырылған.
Проекттың спорт йүнәлешендә бөтәһе 125 меңдән ашыу пенсионер мәшғүл. ГТО тапшырыуҙан тыш, улар һауыҡтырыу һәм спорт сараларында ҡатнаша.
“Һаулыҡ” йүнәлеше лә популяр. Уның сиктәрендә “Йөрәк маршруты – һаулыҡ маршруты” иҫкәртеү акциялары үткәрелә, унда йәмғеһе 60 меңдән ашыу кеше ҡатнаша. Бынан тыш, пенсионерҙар өсөн медицина тикшереүе, шул иҫәптән диспансерлаштырыу һәм аҙна һайын “Көмөш йәштәгеләр сәғәте” ойошторола. Уға ярашлы, табиптар 918 мең самаһы кешене ҡараған.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.