Улдарына матур исем ҡушҡандар

Ҙур ғаиләгә ҡыуаныс өҫтәп, алтынсы сабыйҙары донъяға килде. Ихлас ҡотлайбыҙ!

Улдарына матур исем ҡушҡандарУлдарына матур исем ҡушҡандар
Улдарына матур исем ҡушҡандар

Динара һәм Рәдиф  Әхмәтовтарҙың ҙур һәм татыу ғаиләһенә йәнә шатлыҡ һәм бәхет өҫтәп, алтынсы сабыйҙары донъяға килде. Ғафури районының ЗАГС бүлегендә ғаиләгә ғәҙәттәге йола буйынса сабыйҙың тәүге документы – тыуыу тураһында таныҡлыҡ тантаналы шарттарҙа тапшырылды.

Ата-әсә улдарына Имран тигән матур исем ҡушҡан. Әхмәтовтарҙың өлкән улдары Рамаҙан - 9-сы, Данияр – 7-се, Нурия 3-сө класта уҡый. Дания менән Аделя балалар баҡсаһына йөрөй.

Ғаиләне был матур, иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиға менән ихлас ҡотлайбыҙ! Улығыҙ һеҙҙе ҡыуандырып, һау-сәләмәт, бәхетле булып үҫһен. Йортоғоҙ балаларҙың күңелле тауышына һәм йылылыҡҡа тулһын.

 

Фото: Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас