

Бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһендә республикала газ үткәреү мәсьәләһе тикшерелде. “Газпром межрегионгаз Өфө” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры – “Газпром газораспределение Өфө” ойошмаһының идарасыһы Альберт Лоҡманов быға тиклем газ үткән тораҡ пункттар сиктәрендә урынлашҡан йорт хужалыҡтарын, баҡса ширҡәттәрен һәм социаль объекттарға газ үткәреү барышы тураһында хәбәр итте.
Билдәләп үтәйек, Башҡортостан Рәсәй Президенты Владимир Путин инициативаһы буйынса тормошҡа ашырылған социаль газ үткәреү программаһын тормошҡа ашырыу буйынса илдең ҙур төбәктәре араһында беренсе урынды биләй. 2021 йылда дәүләт башлығы элек газ үткән тораҡ пункттарҙағы йорт хужалыҡтары сиктәренә бушлай газ үткәреүҙе күҙ уңында тотҡан законға ҡул ҡуйҙы. Башҡортостанда был программа буйынса 75 мең йортҡа зәңгәр яғыулыҡ индерелгән дә инде.
– Был программа буйынса бөтәһе 89,5 меңдән ашыу ғариза алдыҡ. Газ бүлеү селтәрҙәрен 83 мең йорттоң сигенә еткерҙек, – тине Альберт Лоҡманов.
Баҡсасылыҡ ширҡәттәре биләмәләрен инвентаризациялау һөҙөмтәләре буйынса 20 муниципалитеттың 433 баҡса ширҡәтендә 15 476 йортҡа газ үткәрергә мөмкин. Халыҡтан 4,6 меңдән ашыу ғариза ҡабул ителгән, селтәрҙәр 2 751 йорт сигенә тиклем еткерелгән. Уларҙың 1 463-ө зәңгәр яғыулыҡ менән тәьмин ителгән.
Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса социаль газ үткәреү программаһы мөҙҙәтһеҙ булды. Бынан тыш, ул медицина һәм мәғариф ойошмалары селтәрҙәренә технологик тоташтырыуҙы күҙ уңында тота. Республикала биш мәктәп һәм өс медицина учреждениеһы газға тоташтырылған да инде.
Башҡортостан шулай уҡ республиканы газ менән тәьмин итеүҙе һәм газлаштырыуҙы үҫтереү программаһын тормошҡа ашырыуҙы дауам итә. 2021 йылдан 25 райондың 107 тораҡ пунктына газ килә. 8 169 йортҡа газ үткәреү мөмкинлеге булдырыла, шуларҙың 4 345-е газ үткәрелгән. 2026 йылға план алты ҡасаба-ара һәм бер ҡасаба эсендәге газ үткәргес төҙөүҙе күҙ уңында тота.
Альберт Лоҡманов билдәләүенсә, республиканың газ менән тәьмин итеүгә сертификаттары Башҡортостанды газ менән тәьмин итеүҙе үҫтереү буйынса программаларҙы тормошҡа ашырыуҙа ҙур ярҙам булды. Был ярҙам сараһы менән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, хәрби хәрәкәттәр инвалидтары, аҙ тәьмин ителгән инвалидтар, инвалид балалар тәрбиәләгән ғаиләләр, аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләр, шулай уҡ МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары файҙалана ала.
– Беҙ 12 075 сертификат ҡабул иттек, 11 589 йортто газға тоташтырҙыҡ, – тип хәбәр итте Альберт Лоҡманов.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.