

Бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһендә күңелле ваҡиға булды – Ауырғазы һәм Иглин райондарында “Рәсәй эше”нең яңы модулле кадр үҙәктәре асылды. Үҙәктәрҙе эшкә видеоэлемтә тәртибендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушты.
– Беҙ мәшғүллек үҙәге хеҙмәткәрҙәрен сәләмләйбеҙ һәм һеҙгә уңыштар теләйбеҙ! Бындай үҙәктәргә килге килеп тора. Бик йылы һәм профессиональ ҡаршы алалар, ярҙам итәләр. Шуға күрә үҙәктәргә уңыштар теләйбеҙ, – тине Башҡортостан Башлығы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылда Башҡортостан халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтен комплекслы яңыртыу буйынса проекттың икенсе тулҡынында ҡатнашты. Бөгөн эшләй башлаған үҙәктәрҙе иҫәпләп, республикала “Рәсәй эше” модуль кадрҙар үҙәктәренең дөйөм һаны 57-гә етте.
Яңыртыу “Кадрҙар” милли проекты сиктәрендә мәшғүллек хеҙмәтенең һөҙөмтәлелеген арттырыуҙың төп сараларының береһе булып тора. Биналарҙы ремонтлағандан һуң бында күрһәтелгән хеҙмәттәр спектры эш эҙләүҙә ярҙам итеүҙән тыш та күпкә киңәйә. Мәшғүллек өлкәһендәге хеҙмәттәр араһында бизнес-башланғыстарға ярҙам итеү, йәштәрҙең, шулай уҡ балаларҙы тәрбиәләүҙе профессиональ үҫеш менән берләштерергә теләгән йәш әсәйҙәрҙең карьера үҫешендә ярҙам итеү, МХО ветерандарының тыныс хеҙмәткә ҡайтыуына булышлыҡ итеү айырыуса мөһим.
– Бында беҙ эш эҙләшеп кенә ҡалмайбыҙ. Беҙ уҡытабыҙ, яңы күнекмәләр алырға, заман талаптарына яраҡлашырға ярҙам итәбеҙ. Айырыуса, йәштәр аудиторияһына баҫым яһала. Улар өсөн беҙҙең кадрҙар үҙәге – старт майҙансығы. Бында улар һөнәрендә тәүге аҙым яһай, ярҙам һәм иртәгәһе көнгә ышаныс ала ала, – тине Ауырғазы районы хакимиәте башлығы Арыҫлан Шәһәретдинов.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.