“Әсәй,әйҙә ғаиләгә бала алайыҡ!”

Әлбиттә, барыһы ла шыма ғына бармай. Тормоштағы иң ябай нәмәләрҙе үҙләштерергә тура килә: көнкүреш техникаһы менән файҙаланырға, йорт ҡағиҙәләрен үтәргә, яңы шарттарға күнегергә...

“Әсәй,әйҙә ғаиләгә бала алайыҡ!”“Әсәй,әйҙә ғаиләгә бала алайыҡ!”
“Әсәй,әйҙә ғаиләгә бала алайыҡ!”

Улы Алексейҙың ошо һүҙҙәренән Салауат ҡалаһында йәшәүсе Надежда Ивановна Землянова ғаиләһенең яңы тарихы башлана. 2013 йылға тиклем улар икәү генә йәшәй. Балалар йортонан етем сабый алыу идеяһы тураһында оҙаҡ ҡына кәңәшләшкәндән һуң мөһим ҡарарға киләләр. Надежда Ивановна ике йыл тигәндә, 2016 йылда, алты йәшлек Софьяға әсәй була.

2019 йылда ғаиләгә Кемеров өлкәһенән Василиса тигән ҡыҙ килә. Һуңыраҡ әсә “Бәйләнештә” селтәрендә Киров өлкәһендә интернатта йәшәгән Алина менән Ваня тураһындағы роликты күреп, уларҙы ғаиләһенә ала.

Әлбиттә, барыһы ла шыма ғына бармай. Тормоштағы иң ябай нәмәләрҙе үҙләштерергә тура килә: көнкүреш техникаһы менән файҙаланырға, йорт ҡағиҙәләрен үтәргә, яңы шарттарға күнегергә. Аҡрынлап уртаҡ традициялар, берлектәге табындар, йорт эштәрен башҡарыу, асыҡтан-асыҡ һөйләшеү ғәҙәти хәлгә әүерелә. Хәҙер Земляновтарҙың үҙҙәренең ғаилә байрамдары бар. Надежда Ивановнаның әйтеүенсә, һәр бала хәстәрлекте, ярҙамды тойорға, өлкәндәрҙең һәр саҡ эргәлә таяныс булыуҙарын тойорға тейеш. Шуның менән бергә балаға баҫым яһауҙы, мөмкин булмағанды талап итеүҙе әсә өнәмәй. “Һәр кем үҙенең һәләттәренә ярашлы барһын, хаталаныуҙарҙан ҡурҡмаһын”, – ти ул. Шуға күрә балаларҙы бер-береһе менән сағыштырмайҙар, мәнфәғәттәрен иҫәпкә алалар. Һәр береһенең ҡаҙаныштары, мауығыуҙары етерлек. Ваня робот техникаһы менән шөғөлләнә, Софья шиғыр уҡыу буйынса ҡала конкурстарында еңеү яулай, республикала йөҙөү буйынса ярыштарҙа ҡатнаша. Алина “Абилимпикс” чемпионатының республика этабында еңеүсе булды һәм Мәскәүҙә Башҡортостан данын яҡланы.

Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.

 

 

 

“Әсәй,әйҙә ғаиләгә бала алайыҡ!”
“Әсәй,әйҙә ғаиләгә бала алайыҡ!”
“Әсәй,әйҙә ғаиләгә бала алайыҡ!”
“Әсәй,әйҙә ғаиләгә бала алайыҡ!”
“Әсәй,әйҙә ғаиләгә бала алайыҡ!”
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас