Баланы опекаға алыусыларға түләүҙәр артты

2026 йылдың 1 июленән Башҡортостанда йәшәгән опекундарға һәм попечителдәргә бала тәрбиәләгән өсөн түләүҙәр арта.  Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Вера Ульянова айлыҡ түләүҙәр тураһында аңлатма бирҙе.

Баланы опекаға алыусыларға түләүҙәр арттыБаланы опекаға алыусыларға түләүҙәр артты
Баланы опекаға алыусыларға түләүҙәр артты

2026 йылдың 1 июленән Башҡортостанда йәшәгән опекундарға һәм попечителдәргә бала тәрбиәләгән өсөн түләүҙәр арта.  Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Вера Ульянова айлыҡ түләүҙәр тураһында аңлатма бирҙе.

– Опекаға һәм попечителлеккә бирелгән балаларҙы ҡарауға тәғәйенләнгән пособие 6,3 процентҡа арттырыла. Пособиены йыл һайын индексациялау – балаларҙы ғаиләгә урынлаштырыуҙы һәм тәрбиәгә алыусыларға ярҙам итеүҙе дәртләндереүҙең бер механизмы. Хатта ҡатмарлы иҡтисади шарттарҙа ла ул үҙгәрешһеҙ ҡала. 2026 йылдың 1 июленән пособие күләме, баланың йәшенә һәм сәләмәтлек торошона бәйле, 10 439 һумдан 13 027 һумға тиклем тәшкил итә, – тине етәксе.

Хәҙер Башҡортостанда тәрбиәгә алыусы ата-әсәләр һәм опекундар менән 8471 бала йәшәй, был ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған етемдәрҙең 94 проценты тигән һүҙ. Балаларҙы тәрбиәләү буйынса түләүҙәрҙе алты меңгә яҡын ғаилә ала.

Шундай ғаиләләрҙең береһе Баҡалы районында йәшәй. Илзидә һәм Радик Бахрамовтар ғаиләһе 12 баланы хәстәрлек һәм һөйөү менән тәрбиәләп үҫтерә, уларҙың алтыһын тәрбиәгә алғандар. Яңыраҡ Рәсәй Президенты Указы менән Бахрамовтар “Ата-әсәлек даны” ордены менән наградланды.

Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас