Тыуған еренә, һайлаған һөнәренә тоғро Вилдановтар

Бөгөн Рәсәйҙә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан Өфө районының Шамонин ауылында йәшәүсе Гөлназ менән Таяр Вилдановтарҙың ғаиләһе менән таныштырабыҙ. 

Тыуған еренә, һайлаған һөнәренә тоғро ВилдановтарТыуған еренә, һайлаған һөнәренә тоғро Вилдановтар
Тыуған еренә, һайлаған һөнәренә тоғро Вилдановтар

Барыһы ла ғаиләнән башлана. Унда тәрбиәгә нигеҙ, тормошҡа ҡараш, хеҙмәткә һөйөү һалына, маҡсаттар ҡуйыла, уңыштарға юл асыла. Ғаилә – туғанлыҡ ептәре, быуындар сылбыры менән бәйләнгән бәләкәй йәмғиәт ул. Ундағы татыулыҡ, берҙәмлек, бер-береңә иғтибар һәм ихтирам тойғолары киләсәккә күпергә әүерелә. Бөгөн Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнә.

Өфө районының Шамонин ауылы матур, уңған һәм тырыш кешеләре менән күркәм. Уларҙың береһе – Гөлназ менән Таяр Вилдановтарҙың ишле, татыу ғаиләһе. Ғаилә башлығы Таяр Даян улы – сығышы менән Әбйәлил районының Йәлембәт ауылынан. Зилә менән Даян Вилдановтар ғаиләһендә Таяр, Данил, Таһир һәм Азамат исемле дүрт ул тәрбиәләнгән. Әйткәндәй, Таһир махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һәм яраларына бәйле комиссияланған. Таһир ҙа,  ағаһы Данил даматур ғаилә ҡорған, балалар үҫтерәләр. Кинйә Азамат әлегә өйләнмәгән,  төп йортта әсәһе менән донъя көтә.

Күп балалы әсә  Гөлназ Әүхәт ҡыҙы Ғафури районының Мәндәм ауылында тыуып үҫкән. Миңзәлә менән Әүхәт Монасиповтарҙың күп балалы ғаиләһендә буй еткергән. Апаһы Зилә – һөнәре буйынса химик, һеңлеһе Гөлдәр – терапевт һәм Гөлназ үҙе –  Республика ҡан ҡойоу станцияһында трансфузиолог. Уңған ҡыҙҙарҙың өсөһө лә күп балалы әсә.

 – Ирем Таяр менән Башҡортостан дәүләт медицина университетында белем алғанда таныштыҡ. Бер төркөмдә уҡыған әхирәтем, бүлмәләшем, Ейәнсура районы ҡыҙы Гөлназ менән юғары уҡыу йортонан ҡайтып килә инек. Ә Таяр дуҫ егеттәре менән бергә урамда ине – ул шул тиклем ғәзиз атайыма оҡшағайны. Ошо ваҡыттан алып беҙ бергә, – тип һөйләне Гөлназ. 

Гөлназ менән Таяр Вилдановтар хәҙер икеһе лә республика медицинаһына хеҙмәт итә.

 – VIII класта белем алғанда Таштимер урта мәктәбенә арҙаҡлы яҡташыбыҙ, билдәле табип, уҡытыусы, йәмәғәт эшмәкәре Ишмырҙа Һиҙиәтов килгәйне. Күптәргә остаз булған Ишмырҙа Хәйернур улы медицина тураһында һөйләне, видео күрһәтте һәм күңелемдә медицинаға ынтылыш уятты, – тип һөйләне Таяр Даян улы. – Артабан Сибай медицина училищеһында фельдшерлыҡҡа уҡып сыҡтым. Әбйәлил районының Һамар ауылындағы фельдшер-акушерлыҡ пунктында, Асҡарҙағы “Ашығыс медицина ярҙамы”нда эшләнем. Шулай итеп, бер аҙ хеҙмәт стажы туплағандан һуң, Башҡортостан медицина университетына уҡырға индем.

Шуны билдәләргә кәрәк: Гөлназ менән Таяр Вилдановтар туй үткәргәндең икенсе көнөндә ғаилә башлығы Мәскәүгә Александр Вишневский исемендәге Милли медицина тикшереүе хирургия үҙәгенең ординатураһына уҡырға юллана һәм торакаль хирург һөнәренә эйә була.

 – Туғыҙ айҙан һуң, ғаиләбеҙгә йәм өҫтәп, улыбыҙ Әмирхан тыуҙы. Был ҡыуаныслы хәл эшкә йәнә дәрт өҫтәне. Хеҙмәт юлын Республика туберкулезға ҡаршы диспансерҙа дауам иттем. Унда алты ай эшләгәндән һуң, Башҡортостан дәүләт медицина университеты клиникаһына саҡырҙылар. Торакаль хирургия бүлексәһе етәксеһе табип-торакаль хирург, медицина фәндәре докторы, профессор Артур Авзалетдинов менән бергә эшләү – үҙе ҙур тәжрибә ул, – ти Таяр Вилданов. 

Хәҙер Таяр Даян улы – республикалағы робот ярҙамында эшләгән ете хирургтың береһе. Ул яңы быуын дауалау сараһы – роботлаштырылған хирургия менән эш итә, инновациялы технологиялар менән бергә медицина белемен ҡуллана. Бынан дүрт йыл элек ул йылдың иң яҡшы операцияһын атҡарыуҙа ҡатнашҡаны өсөн “Алтын скальпель” премияһына лайыҡ булды. Таяр Вилданов үҙенең белемен даими камиллаштыра. Бының өсөн ул сит илдәрҙә лә тәжрибә туплай, Мәҫәлән, ике тапҡыр Ҡытай, тағы Бельгия, Төркиә медицина ойошмаларында эшләп ҡайтҡан.

Гөлназ менән Таяр Вилдановтар эшенән дә, ғаиләһенән дә уңған. Улар бына тигән ике ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләй. Өлкәндәре Әмирханға – 16 йәш. Ул быйыл – Шамонин урта мәктәбенең IX “б” – шайморатовсылар класын, ә ҡустыһы Шамил ошо уҡ мәктәптең VI “б” класын уңышлы тамамланы. Тырыш егеттәрҙең икеһе лә бәләкәйҙән футбол уйнарға ярата, инглиз телен ныҡлап өйрәнә һәм киләсәктә табип булырға хыяллана. Ә бәләкәстәре Мәрйәмгә дүрт кенә йәш әле. Ҡыҙсыҡ бейеү менән мауыға. Ул ике йылдан мәктәпкә уҡырға барыуҙы түҙемһеҙләнеп көтә һәм әлегә “Ысыҡҡай” балалар баҡсаһына йөрөй, хәрефтәрҙе ныҡлап өйрәнә.

Ниндәй генә заман булмаһын, атай-әсәй – ғаилә тотҡаһы, ә балалар – көҙгөһө. Һәр заманда ла матур ғаилә ил күрке һаналған. Ә уның бөтөнлөгө ҡатындың да, ирҙең дә булмышына, яҡшы мөнәсәбәттәрҙе ҡора, һаҡлай белеүенә, уңғанлығына, тырышлығына һәм башҡа бихисап ғәмәлдәргә бәйле.

 – Балаларыбыҙҙы тәртипле, иманлы, итәғәтле, ярҙамсыл һәм яҡшы кеше итеп тәрбиәләргә тырышабыҙ, – тип һөйләне Гөлназ Әүхәт ҡыҙы.  – Ғаиләбеҙ менән республикабыҙҙың төрлө матур урындарына сәйәхәт итергә, ял ваҡытын бергә үткәрергә тырышабыҙ. Балаларыбыҙ үҙҙәре лә: “Был юлы ҡайҙа барабыҙ”, – тип атлығып тора.   

Гөлназ менән Таяр Вилдановтар ғаиләнең изгелек, мәрхәмәтлелек, бер-береңде аңлау, һәммәһен дә бергә туплаусы көс икәнлеген ғәзиз ата-әсәләре өлгөһөндә күреп үҫкәндәр һәм бәхетле ғаилә ҡорғандар. Ғөмүмән, Башҡортостандағы һәр ғаилә үҙенсәлекле, уларҙың һәммәһенең дә үҙҙәренә генә хас шатлыҡ-ҡыуа­ныстары бар, бәхет серҙәре лә үҙенсәлекле. Иң мөһиме – быуындар сылбыры өҙөлмәһен, донъяла тыныслыҡ булһын.

ҺҮРӘТТӘ: Гөлназ һәм Таяр Вилдановтар улдары Әмирхан, Шамил һәм ҡыҙҙары Мәрйәм менән.

Алһыу Сөләймән фотолары.

Өфө районы.

#деньсемьиилюбвииверности

Тыуған еренә, һайлаған һөнәренә тоғро Вилдановтар
Тыуған еренә, һайлаған һөнәренә тоғро Вилдановтар
Тыуған еренә, һайлаған һөнәренә тоғро Вилдановтар
Тыуған еренә, һайлаған һөнәренә тоғро Вилдановтар
Тыуған еренә, һайлаған һөнәренә тоғро Вилдановтар
Тыуған еренә, һайлаған һөнәренә тоғро Вилдановтар
Тыуған еренә, һайлаған һөнәренә тоғро Вилдановтар
Тыуған еренә, һайлаған һөнәренә тоғро Вилдановтар
Тыуған еренә, һайлаған һөнәренә тоғро Вилдановтар
Тыуған еренә, һайлаған һөнәренә тоғро Вилдановтар
Тыуған еренә, һайлаған һөнәренә тоғро Вилдановтар
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас