“Ябай булмаған ваҡытта һәр кешегә терәк кәрәк”

Бөрөлә етенсе тапҡыр "Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ" байрамы булды.

“Ябай булмаған ваҡытта һәр кешегә терәк кәрәк”“Ябай булмаған ваҡытта һәр кешегә терәк кәрәк”
“Ябай булмаған ваҡытта һәр кешегә терәк кәрәк”

Бөрө – боронғо сауҙагәрҙәр ҡалаһы. Бында Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғоролоҡ көнө 2019 йылдан алып уҙғарыла. Үткән шаршамбыла ла ҡаланың үҙәк майҙанында ошо көнгә арналған байрамда төрлө милләт халҡының йыр-бейеүҙәре гөрләне. Бында йәрминкә, интерактив майҙансыҡтар, күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәре, ғөмүмән, тотош ғаилә менән ял итерлек урындар бар ине.

Бөрөләге Изге Троицк кафедраль соборы булған Октябрь майҙанында һәм изге Феврония менән Петр Муромскийҙар һәйкәле эргәһендә ғаиләләр йыйылды. Быйыл сара Рәсәйҙең Халыҡтар берҙәмлеге һәм Ҙур һәм татыу ғаилә йылдары билдәһе аҫтында үтте. Байрамға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм уның ҡатыны, “Бәхет биләмәһе” хәйриә фонды етәксеһе Каринэ Хәбирова килде. 

Республика етәксеһе Изге Троицк кафедраль соборында үткәрелгән ғибәҙәт ҡылыуҙа ҡатнашты, ҡатыны Каринэ Владимировна менән Феврония һәм Петр Муромскийҙарҙың һәйкәленә сәскәләр һалды. Радий Фәрит улы 50 йыл бергә ғүмер кисергән Наталья һәм Александр Первушевскийҙарҙы, шулай уҡ яңы никахҡа ингән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Константин Гребенщиков менән Карина Дьяконованы яңы ғаилә ҡороуҙары менән ҡотланы. Артабан республика етәксеһе “Бала тыуғандан алып ғаилә йүнселлегенә тиклем” күргәҙмәһен ҡараны. Ул шулай уҡ Бөрөләге үҙәк майҙанда Башҡортостандың дуҫлыҡ һәм халыҡтар берҙәмлеге билдәһе булған ғаиләләр парадында, ҙур байрам әйлән-бәйләнендә ҡатнашыусыларҙы сәләмләне.  

 – Матур йола буйынса, Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөн Бөрөлә билдәләйбеҙ. Быйыл фестивалде етенсе тапҡыр үткәрәбеҙ. Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылында һәм Башҡортостанда иғлан ителгән Ҙур һәм татыу ғаилә йылында ул бөтөнләй икенсе төрлө яңғырай, – тине Радий Хәбиров. –  Был мөһим байрам изгеләр Феврония һәм Петр Муромскийҙарҙы хәтерләү көнөнә арналған, әммә ул барлыҡ диндәр, ҙур, күп милләтле илебеҙҙең  барлыҡ халыҡтарына арналған. Республикалағы барлыҡ ғаиләләрҙе был шәп байрам менән ҡотлайым.

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе “Бәхет биләмәһе” хәйриә фонды етәксеһе Каринэ Хәбирова ла тәбрикләне. 

Байрамда ҡатнашҡан Айым менән Рим Рәхимовтар дүртенсе бәпәйен көтә. Ата-әсәнең һорауы буйынса республика етәксеһе Радий Хәбиров тыуасаҡ баланың енесен тантаналы иғлан итте. Әле ғаиләлә ике ул һәм бер ҡыҙ үҫә.

Ошо уҡ көндө иң яҡшы ғаиләләргә, оло йөрәкле әсәйҙәргә наградалар тапшырылды. "Герой-әсә" исеме Йылайыр районынан Фәнәзиә Таҡалова менән Нефтекама ҡалаһынан Анжелика Шуматбаеваға бирелде. Фәнәзиә Исмәғзәм ҡыҙы сығышы менән Асҡын районынан. 18 йәшендә кейәүгә сыға һәм тормош иптәшенең тыуған яғы Йылайыр районында төпләнә. Ире Мир Ғәниулла улы менән улар ун балаға ғүмер бүләк итә. Фәнәзиә ханым бөтә ғүмерен "Матрай" совхозында һауынсы һәм быҙау ҡараусы булып эшләгән. Ябай ғына ҡатындың төп бәхете –  ғәзиз балалары.

“Ата-әсәлек даны” ордены Белорет районынан туғыҙ бала тәрбиәләгән Олеся менән Сергей Елисеевтарға һәм Миәкә районынан ете бала үҫтергән Гөлнара менән Факил Фәтхуллиндарға тапшырылды.

Былтыр декабрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин Бәләбәй районының Приют ҡасабаһынан Надежда һәм Андрей Вяловтарҙы  ғаилә институтын нығытыуҙағы һәм балалар тәрбиәләүҙәге ҙур ҡаҙаныштары өсөн “Ата-әсәлек даны” ордены миҙалы менән наградлау тураһындағы Указға ҡул ҡуйғайны. Андрей Владимирович – Приют ҡасабаһындағы Богородица-Тихвин монастыре клиригы, Надежда Юрьевна – ҡорам эргәһендә иконалар яҙыусы. Улар икеһе лә сығышы менән Себер яҡтарынан. Ғаилә башлығы – Ханты-Манси автономиялы округының Березово ҡасабаһынан. Күп балалы әсә – Омскиҙан. Андрей Вялов ваҡытында биатлон буйынса Олимпия резервы мәктәбен тамамлаған һәм тренеры уны Стәрлетамаҡҡа Урал дәүләт физкультура академияһына уҡырға индереү маҡсатында алып килгән. Шулай итеп, ул беренсе белемен алған, аҙаҡ семинарияла белем алғанда буласаҡ ҡатыны менән танышҡан.

Хәҙер Вяловтар ғаиләһендә биш бала үҫә: Сергей (2009), Николай (2012), Иван (2013), Ксения (2014) һәм Варвара (2022  йылғы). Уларҙың барыһы ла алсаҡ, асыҡ, аралашыусан һәм ихлас. Ҡыҙҙары Ксенияны бик оҙаҡ көтөп алғандар. Өлкән балалар ҡорамға һәм йәкшәмбе мәктәбенә йөрөй. Киләсәктә Коля – архитектор, Ксения – музыка уҡытыусыһы, Иван ҡотҡарыусы булыу тураһында хыяллана. Вяловтар ғаиләһе мөхәббәттең һәм бер-береңә ихтирам-иғтибарҙың  ҙур, татыу ғаиләгә килтерә икәнлеген раҫлаған.

Шулай уҡ “Ата-әсәлек даны” ордены миҙалына лайыҡ булған Марина менән Андрей Новиковтар ғаилә йолаларының һәм һәр баланың, мөмкинлектәренә ҡарап, үҫеше тураһында хәстәрлек күрә. Уларҙың биш балаһы ла һөйөүгә сорналған мөхиттә тәрбиәләнә. Владимир – шәп виолончелист , Ульяна – балерина, Степан менән Тихон, өлкән апайҙары, ағайҙары кеүек фортепианола һәм скрипкала уйнай. Иң бәләкәстәре Федорға – биш йәш.  Ул да үҙенән өлкән туғандарына ҡарап ижадҡа ылығып үҫә.

Марина Владимировна музыкаль колледжда уҡыта, ғаилә башлығы Андрей Петрович –  РН-БашНИПИнефть идаралығы начальнигы урынбаҫары. Күп балалы әсә “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән.

“Ата-әсәлек даны” ордены миҙалына лайыҡ булған Надежда менән Андрей Оленниковтар ғаиләһе Баҡалы районының Михайловка ауылында йәшәй.  Күп балалы әсә өс тиҫтә йылдан ашыу балалар менән эшләй. Үҙе – урындағы мәктәп директоры, ә ире – ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы.

Оленниковтарҙың өлкән ҡыҙҙары – ресторан директоры Марина менән фельдшер Екатерина – айырым йәшәй. Улдары Александр,  Василийһәм Андрей күптән ата-әсәһенә хужалыҡта ярҙам итә. Бәләкәстәре Василий ҙа уларҙан ҡалышмай. Уларҙың һәммәһенең яратҡан шөғөлдәре бар.

 “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы – Башҡортостанда Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө айҡанлы барлыҡҡа килгән ижтимағи награда. Уға Бөрө районынан Эльбира менән Ефрем Калимьяновтар, Мишкә районынан Эльза менән Алик Абдуллиндар, Благовещен районынан Ирина менән Владислав Аптыкаевтар, Дүртөйлө районынан Ләлә менән Рәшит Фәтхетдиновтар, Кушнаренко районынан Лира менән Рузалим Ҡадировтар, Бөрө районынан Фирүзә менән Анатолий Арямновтар лайыҡ булды.

Республика наградаһы тапшырылған Эльбира менән Ефрем Калимьяновтар 1985 йылда танышҡан һәм өс йылдан һуң ғаилә ҡорорға ҡарар иткән. Ғаилә башлығы графика, живопись, ағастан баҡса һындарын эшләү менән мауыға. Ҡатыны менән икеһе ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған.

Эльбира буш ваҡытында ирекмәнлек менән шөғөлләнә. Уның тарафынан “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ. Бахтыбай – Бөрө” ирекмәндәр төркөмө ойошторолған. Ауылдаштары менән махсус хәрби операция биләмәһендәге егеттәребеҙгә ярҙам итәләр.

Ефрем Емельянович дүрт тиҫтә йылдан ашыу һүрәт төшөрөү, черчение һәм технология уҡытыусыһы булып эшләгән. Ул – Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы, Башҡортостандың Халыҡ оҫтаһы. Калимьяновтар өс улы тәрбиәләп үҫтергән. Уларҙың икәүһе – ата-әсәһе кеүек педагог, ә бәләкәстәре – спортсы. Әйткәндәй, уларҙың барыһы ла спорт ярата.

Благовещен районынан Ирина менән Владислав Аптыкаевтар туй ваҡытында танышҡан. Уларҙың татыу ғаиләһендә дүрт ул буй еткергән. Ғаилә башлығы – оҙаҡ йылдар Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығына ҡараған частәрҙең береһендә ҡотҡарыусы, күп балалы әсә балалар баҡсаһында эшләгән. Ирина менән Владислав Аптыкаевтар – Мәҙәниәт үҫеше үҙәгенең "Оҥгырйÿк” фольклорп ансамбленең әүҙем ағзалары. Әйткәндәй, Ирина коллективҡа алты йыл идара итә.

Мишкә районынан Эльза менән Алик Абдуллиндар ғаиләһен хеҙмәткә һөйөү билдәләй.  Улар туғыҙ бала тәрбиәләп үҫтергән. Эльза Михайловна “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ булған. Абдуллиндарҙың ғаилә ҡиммәттәре балаларҙа тормош һөйөү, кешелеклелек һәм яуаплылыҡ кеүек сифаттар тәрбиәләгән. Улдары Валерий – махсус хрби операцияла ҡатнашыусы – Тыуған иле өсөн ҡаһармандарса хеҙмәт иткән һәм, бирелгән антына тоғро ҡалып, ғүмерен аямаған. Абдуллиндар ғаиләһе тыуған Ҡарға ауылы тормошонда әүҙем ҡатнаша, ауылдаштарына ярҙам итә.

Ләлә менән Рәшит Фәтхетдиновтар – Дүртөйлө районынан. Ғаилә башлығы – сығышы менән ошо уҡ райондың Исмаил ауылынан, оҙаҡ йылдар уҡытыусы, мәктәп, колледж директоры булып эшләгән. Ҡатыны, шулай уҡ педагог Ләлә Әсбәх ҡыҙы менән бына тигән өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Әйткәндәй, Фәтхетдиновтарҙың икеһенең уҡытыусылыҡ стажы бер быуаттан ашыу тәшкил итә.

Лира менән Рузалим Ҡадировтар – Кушнаренко районының Ҡарасайылға ауылынан. Улар өс йыл элек бергә ғүмер кисереүҙәренә алтын юбилейҙы билдәләгән.

Межгорье ҡалаһынан Жанна Табаковаға Башҡортостан Башлығының Рәхмәте белдерелде.

Ошондағы уҡ майҙанда йәштәрҙең никахҡа инеү һәм 50 йыл бергә йәшәгән парҙарҙы бүләкләү тантанаһы үткәрелде.

 – Ябай булмаған ваҡытта һәр кешегә терәк кәрәк. Беҙ уны туғандарыбыҙҙа, яҡындарыбыҙҙа, шулай уҡ ҙур, күп милләтле илебеҙҙә табабыҙ. Бөгөн алдыбыҙҙа төп маҡсат – егеттәребеҙ өйҙәренә тере һәм имен ҡайтыуы мәнфәғәтендә барыһын да Еңеү өсөн эшләү. Бының өсөн терәк булыу һәм мөхәббәт мөһим, – тип билдәләне Радий Фәрит улы. – Һәр кем үҙ эшен намыҫлы атҡарырға тейеш. Шуға күрә мәҙәниәт йорттары, мәктәптәр, балалар баҡсалары төҙөйбөҙ, ҡалаларҙы һәм ауылдарҙы ипкә килтерәбеҙ. Быларҙың барыһын да кешеләрҙең Башҡортостанда йәшәгеһе килһен, йәштәр бында ғаилә ҡорһон, балалар үҫтерһен өсөн атҡарабыҙ.

Әйткәндәй, “Ғаилә һәм балалар менән дуҫ” брендлы наградаһы Дүртөйлө ҡалаһы хакимиәте башлығы Илмир Гәрәевкә тапшырылды. Дүртөйлөгә маҡтаулы статус ҡала мөхите сифаты һәм республикала йәшәүселәрҙең һорауҙарҙы яуап биреү һөҙөмтәләренә ҡарап бирелде.

Концерт программаһында Бөрөнөң ижади коллективтары ҡатнашты, шулай уҡ йырсылар Әлиә менән Рәшит Төхвәтуллиндарҙың, Назгөл Отузованың сығыш яһаны.

Бөрө ҡалаһы.

Автор фотолары.

“Ябай булмаған ваҡытта һәр кешегә терәк кәрәк”
“Ябай булмаған ваҡытта һәр кешегә терәк кәрәк”
“Ябай булмаған ваҡытта һәр кешегә терәк кәрәк”
“Ябай булмаған ваҡытта һәр кешегә терәк кәрәк”
“Ябай булмаған ваҡытта һәр кешегә терәк кәрәк”
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас