

Ильясҡа – 15 йәш. Был изге күңелле, ярҙамсыл һәм әүҙем үҫмер эргә-тирәләгеләр менән тиҙ генә уртаҡ тел таба.
Ә үҫмер саҡта эргәлә өлкән кешең булыуы яҡшы. Ул барлыҡ мәшәҡәттәреңде хәл итер өсөн түгел, уй-хистәреңде ышанып һөйләр, кәңәш һорар, киләсәккә пландарың менән уртаҡлашыр, һине тыңлар өсөн кәрәк.
Бәлки, Ильястың да ошондай яҡын кешеһе булыр?
Йәшәү урыны буйынса бәлиғ булмаған балаға опекун (попечитель) булырға теләгән һәр кем төбәк мәғлүмәттәр банкына мөрәжәғәт итә ала: 8 (347) 218-03-62.
Сығанаҡ, фото: БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.