

Һеңрән ауылында йәшәгән Земфира һәм Дамир Фәтҡуллиндарҙың һәр көнө шәхси хужалыҡ тураһында хәстәрлек күреүҙән башлана. Ныҡышмалы хеҙмәт ҙур ғаилә өсөн ышаныслы терәк, һәр саҡ ҡаймағы ла, һөтө лә, сыр-йогурты ла етерлек булған бай табын һәм яҡшы табыш. Өҫтәүенә баҡса үҫтерәһе, мал-тыуар тәрбиәләйһе бар.
Былтыр улар хужалыҡты киңәйтеү өсөн дәүләт ярҙамынан файҙаланған, социаль контракт нигеҙендә һыйырҙар һәм мал аҙығы һатып алған. Биш бала тәрбиәләп үҫтергән ғаилә өсөн бындай дәүләт ярҙамы бик ярап ҡалғандыр, әлбиттә. Һәр баланы уҡытыу, һөнәр биреүҙе ата-әсә төп бурысы тип иҫәпләй. Оло ҡыҙҙары Элина бөгөн Мәскәү ҡалаһында табип- стоматолог булып эш башлаған, Рубин һәм Руфина Өфө фән һәм технологиялар университетында белем ала, ә Рафаэль – Ҡазан федераль университеты студенты. Уларҙың барыһы ла социаль стипендия ала. Алмаз улдары – шәхси хужалыҡ эштәрендә төп ярҙамсы. Бәләкәйҙән ауыл тормошон күреп, хеҙмәттә сынығып үҫкән балалар уҡыуҙа ла алдынғы, белемгә, профессия алыуға ынтылып йәшәй. Ғаиләлә яуаплылыҡ тойғоһо, бер-береһенә ярҙамсыллыҡ һәм хөрмәт ныҡлы һалынған. Йорт хужаһы газ хеҙмәтендә эшләй, йәйгеһен урындағы ауыл хужалығы предприятиеһына уңыш йыйыуҙа ярҙам итә. Земфира Фәвәрис ҡыҙы йорт мәшәҡәттәренән тыш, кейем тегә, йүнәтә, прическалар яһай, байрам табындарын ҡорорға ярҙамлаша.
Матур холоҡло, тәрбиәле балалар үҫтергәне өсөн әсә 2019 йылда “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ була. Өлкән балалар ял һәм байрам көндәрендә тыуған йорттарына ҡайтып, тәмле ризыҡтар биләгән ҙур өҫтәл артына йыйылырға ярата. Ата-әсә өсөн тап ошондай йәмле, шау-шыулы көндәрҙән дә күңеллеһе һәм бәхетлеһе юҡ. Оҙайлы хеҙмәт һәм тәрбиә йылдары өсөн бүләктәрҙең иң ҙурыһы ла шул.
Фәтҡуллиндарҙың әйтеүенсә, дәүләт социаль контракты ғаиләгә хужалыҡтарын нығытырға, киләсәккә ышаныс менән ҡарарға, алға тағы бер аҙым яһарға ярҙам иткән.
Фото:Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайтынан.