11-се сабыйын ҡулға алып ҡыуанды

Өлкән улдары әле махсус хәрби операцияла. Әсәй әйтеүенсә...

11-се сабыйын ҡулға алып ҡыуанды11-се сабыйын ҡулға алып ҡыуанды
11-се сабыйын ҡулға алып ҡыуанды

Респубиканың перинаталь үҙәгендә Шишмә районынан әсә ун беренсе сабыйын тапҡан.

43 йәшлек Мария Муслованың күп балалы ғаиләһендә хәҙер биш ҡыҙ һәм алты малай. Өлкән улдарына 24 йәш, әле ул хәҙер махсус хәрби операцияла. Ҡатын, тәжрибәле әсәй булыуына ҡарамаҫтан, беренсе бала тапҡандағы кеүек тойғо кисергәнен белдерә. Әсәй менән атай сабыйға исемде бергә һайлап, Константин тип ҡушҡан.

– Беҙҙең өсөн мөғжизә. Бала табыу ауыр үтте, әммә сабыйҙың донъяға килеүе — мөғжизә, – тип белдерҙе ул.

Перинаталь үҙәктә билдәләүҙәренсә, әсәй менән сабыйҙың хәле ҡәнәғәтләнерлек, улар өйҙәренә ҡайтарылған.

Фото сығанағы: Башкирия Online.

11-се сабыйын ҡулға алып ҡыуанды
11-се сабыйын ҡулға алып ҡыуанды
11-се сабыйын ҡулға алып ҡыуанды
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас