Барыһы ла китапханалағы осрашыуҙан башлана...

Сираевтар ғаиләһе тарихында ҡыҙыҡлы мәлдәр ҙә бар. Уларҙың өс улы ла бер көндә – 7 ноябрҙә, әммә төрлө йылдарҙа донъяға килгән. Исемдәрендә көс, батырлыҡ, ныҡлыҡ сағыла – ата-әсә яңғылышмаған

Барыһы ла китапханалағы осрашыуҙан башлана...Барыһы ла китапханалағы осрашыуҙан башлана...
Барыһы ла китапханалағы осрашыуҙан башлана...

Бынан 55 йыл элек улар китапхананың уҡыу залында таныша. Ринат Әлшәй районынан, буласаҡ табип, Дамира–Баймаҡтың сағыу,  сая, уңған ҡыҙы, Магнитогорск педагогия институтын тамамлаған.  Ошо ғәҙәти көн йәштәрҙең яҙмышын ғүмерлеккә бергә бәйләй.

Ринат Хәйри улын Йәрмәкәй районына эшкә ебәрәләр, аҙаҡ 1981 йылда ғаиләһе менән Әлшәй районына күсеп киләләр. Тәүҙә Ҡыҙыл, аҙаҡ Раевка участка дауаханаһына етәкселек итә. Ошо ваҡыт эсендә ул әлшәйҙәрҙең үҙ кешеһенә әүерелә. Илле йылдан ашыу хеҙмәт осоронда кемделер үлем тырнағынан ҡотҡара, кемгәлер ярҙам итә, дауалай, һауыҡтыра... Күп йыллыҡ емешле хеҙмәте, профессиональ оҫталығы, ҡаҙаныштары өсөн маҡтаулы исемдәргә, почет грамоталарына лайыҡ булған. Ринат Хәйри улы “Башҡортостандың атҡаҙанған табибы”, “Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы” ,”СССРҙың почетлы доноры” исемдәрен лайыҡлы йөрөтә. Әммә иң ҙур награда уның өсөн пациенттарының  ысын күңелдән белдергән рәхмәте.

Дамира Йәрмөхәмәт ҡыҙы Ҡырым ауылындағы балалар баҡсаһында тәүҙә тәрбиәсе, аҙаҡ мөдир вазифаһын башҡара. Хәҙер оҙайлы хеҙмәт йылдарынан һуң ул ейән-ейәнсәрҙәрен хәстәрлек, йылылыҡ менән солғай, йортон гөл баҡсаһы итеп тота. Сираевтар ғаиләһе тарихында ҡыҙыҡлы мәлдәр ҙә бар. Уларҙың өс улы ла бер көндә – 7 ноябрҙә, әммә төрлө йылдарҙа донъяға килгән. Исемдәрендә көс, батырлыҡ, ныҡлыҡ сағыла – Салауат, Урал, Булат.   Шундай яңғырауыҡлы исемдәр ҡушып, ата-әсә яңғылышмаған, улдарының һәр береһе лайыҡлы кеше булып буй еткергән. Салауат улдары – табип, Чечнялағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан, махсус хәрби операцияла бишенсе йыл кеше ғүмерҙәрен ҡотҡара. Хәрби наградалар менән бүләкләнгән. Урал да медицина юлын һайлай, стоматолог һөнәрен үҙ итә. Булат эске эштәр органдарында хеҙмәт итә, хәүефһеҙлек һәм тәртип һағында тыныслыҡ һаҡлай. Сираевтарға лайыҡлы алмаш  – биш ейәндәре үҫә. Ринат  хәрби табип  юлын һайлай, Санкт-Петербург хәрби академияһын тамамлағандан һуң бына ике йыл инде махсус хәрби операция зонаһында яугирҙәрҙең ғүмере өсөн көрәшә.

Ғаилә бәхетенең сере нимәлә? Был һорауға Сираевтар бер тауыштан былай тип яуап ҡайтарҙы: “Иң мөһиме, бер-береңде ишетергә, ғәфү итә белергә кәрәк. Ғаилә беҙҙән башлана, әгәр бер-беребеҙгә түҙемле, һаҡсыл һәм изге күңелле була беләбеҙ икән, балалар ҙа шундай уҡ булып үҫә”.

Хеҙмәт ветерандарының йорто балалар тауышынан артабан да  гөрләп торһон, табын артында иң яҡын кешеләре урын алһын, өйҙән дуҫ-иштәре, ауылдаштары өҙөлмәһен! Лайыҡлы улдар тәрбиәләгән, хеҙмәттәре менән халыҡ күңелендә урын алған Дамира һәм Ринат Сираевтар ғаиләһенә һаулыҡ, именлек теләйбеҙ.

Тормош юбилярҙарын район хакимиәте башлығы Наил Әбелғужин һәм ветерандар советы рәйесе Фәрит Хәйбрахманов ҡайнар ҡотлап, уларға иң яҡшы теләктәрен еткерҙе. 55 йыл татыулыҡта, берҙәмлектә йәшәгән, һөнәренә тоғролоҡ һаҡлаған бындай ғаиләләр ҙур хөрмәткә һәи ихтирамға эйә, ти улар.

Фото: “Әлшәй хәбәрҙәре” гәзите сайтынан.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас