

Башҡортостан ташламаларҙың бер нисә категорияһына социаль яҡлау сараларын күрһәтеү өсөн “Мир” түләү карталарын ҡулланыу буйынса тәжрибәлә ҡатнаша. Был сараның дәүмәлен илдең Премьер-министры Михаил Мишустин раҫланы. Башҡортостандан тыш, унда Ростов һәм Төмән өлкәләре лә ҡатнашырға теләк белдергән.
Тәжрибә 2026 йылдың 1 авгусынан 2027 йылдың 31 мартына тиклем үткәрелә. Унда күп балалы ғаиләләр, пенсионерҙар, инвалидтар һәм студенттар ҡатнаша ала. Уларға “Дәүләт хеҙмәттәре”нә төрлө банктың “Мир” картаһын теркәргә кәрәк буласаҡ. Бынан һуң юл хаҡын түләгәндә, мәҙәниәт учреждениеларына, дарыуханаларға һәм аҙыҡ-түлек магазиндарына барғанда улар автоматик рәүештә ташламалар аласаҡ.
Тәжрибәне башлауҙың төп маҡсаты – ташламалар менән теүәл һәм асыҡ тәьмин итеүҙең яңы механизмын һынау.
Билдәләнеүенсә, “Мир” картаһы барлыҡ шәхси мәғлүмәттәр тапшырмай ғына ташламаларҙы раҫлау өсөн ҡулланыласаҡ, был ҡайһы бер граждандар өсөн айырыуса мөһим.
Рәмилә МУСИНА фотоһы.