Социаль мәсьәлә
3 Августа , 08:00

Яҡташтарыбыҙ ҡыуандырҙы!

Ике дрон, йөҙәрләгән килограмм йөк һәм хәстәрлек йылыһы – уларҙың Еңеүгә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Тап Шабалиндар кеүек ғаиләләр быйыл 11-се тапҡыр үткәрелгән конкурстың үҙәгендә булды. 

Яҡташтарыбыҙ ҡыуандырҙы!Яҡташтарыбыҙ ҡыуандырҙы!
Яҡташтарыбыҙ ҡыуандырҙы!

Бөтә Рәсәй “Ғаилә йылы-2026”конкурсында Башҡортостандың Дәүләкән районынан Шабалиндар ғаиләһе “Ватан һаҡсыһы ғаиләһе” номинацияһында еңеү яуланы. Федерация Советында конкурсҡа йомғаҡ яһалды һәм 89 ғаилә төрлө номинацияларҙа еңеүсе тип билдәләнде. Был награданы ғаиләнең статусы, абруйы  ғына билдәләмәй, ә уның артында бер нисә быуындың батырлыҡ тарихы ята.

Шабалиндарҙың ата-бабалары Бөйөк Ватан һуғышының данлы юлдарын үткән, олаталары Афғанстанда һуғышҡан, ә ғаилә башлығы Вячеслав Михайлович – Чечнялағы хәрби хәрәкәттәр ветераны. Улдары Данил махсус хәрби операцияла ҡатнаша, “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградлана, геройҙарса һәләк булғандан һуң Суворов миҙалына тәҡдим ителә. Светлана Алексеевна балаларын илдең ысын патриоттары итеп тәрбиәләүҙән тыш, бына ете йыл инде “Купол” ата-әсәләр клубына етәкселек итә. Уның хеҙмәте II һәм III  дәрәжә “Әсә батырлығы ” һәм “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” миҙалдары менән билдәләнгән.  

2024 йылдың авгусынан башлап Шабалиндар бергәләп изге эшкә тотона – ҙур тырышлыҡ һалып, яугирҙәргә гуманитар ярҙам туплауҙы ойоштора. Әйбер йыйыуҙан тыш, үҙҙәре ҡорамалдар һатып ала, аҙыҡ-түлек әҙерләй һәм шәхси машиналарында алғы һыҙыҡҡа илтә. Ике дрон, йөҙәрләгән килограмм йөк һәм хәстәрлек йылыһы – уларҙың Еңеүгә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Тап Шабалиндар кеүек ғаиләләр быйыл 11-се тапҡыр үткән конкурстың үҙәгендә булды. Ул 89 төбәктән 11 800 ғаиләне берләштерҙе.

Сараның “Ғаилә” милли проектына ярашлы үткәрелеүе уның ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауҙа һәм ғаиләләрҙе яҡлауҙа айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә булыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала. Еңеүселәрҙе тантаналы тәбрикләү 13 октябрҙә уҙғарыласаҡ. Яҡташтарыбыҙ менән сикһеҙ ғорурлыҡ кисерәбеҙ һәм уларға именлек, һаулыҡ теләйбеҙ!

 

Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас