Социаль мәсьәлә
4 Августа , 12:00

“Умарталыҡ та, йорт та ҙур, балалар ғына кәрәк”

"Баланы тәрбиәгә алыуҙан ҡурҡмағыҙ һәм рәхмәт һүҙҙәрен көтмәгеҙ. Иң мөһиме – түҙемлек һәм юмор..."

“Умарталыҡ та, йорт та ҙур, балалар ғына кәрәк”“Умарталыҡ та, йорт та ҙур, балалар ғына кәрәк”
“Умарталыҡ та, йорт та ҙур, балалар ғына кәрәк”

Мәсетле районының Ҡотош ауылында йәшәгән Крестина һәм Таһир Низамовтар ғаиләһе биш бала тәрбиәләп үҫтерә. Рәлимгә – 20, Каринаға – 17 йәш. Ирле-ҡатынлы Низамовтар 23 йыл бергә донъя көтә, йорттары хәстәрлек һәм күңел йылыһы менән солғанған, балаларҙың шат тауыштарынан гөр килеп тора.

Ғаиләгә тәрбиәгә балалар алыу тураһындағы ҡарарҙы бергәләп ҡабул итәләр. Улы менән ҡыҙы буй еткереп, ҡул араһына ингән инде, ә ниңә  йомарт күңелдәре һәм хәстәрлектәре менән ата-әсә һөйөүенә мохтаждарҙы йылытмаҫҡа? “Умарталыҡ та, йорт та ҙур, балалар ғына кәрәк”, тип иҫәпләй ғаилә башлығы. Теләк көслө булһа ла, ҡурҡыу тойғоһо ла юҡ түгел: “ҡулдан килерме, беҙҙе үҙ итерҙәрме?” Улдары Рәлим генә икеләнмәй, ата-әсәһен дәртләндерерлек һүҙҙәр таба.

Тәүге көндәрҙе барыһы ла яҡшы хәтерләй: Лиза, Лена һәм Женя өй тупһаһында бәләкәй генә рюкзактарын аҫҡан көйө баҫып тора. Рәлим менән Карина йүгереп килеп, уларҙы бүлмәләрен ҡарарға саҡыра. “Һин хәҙер беҙҙеке, бер кемгә лә бирмәйбеҙ үҙеңде”, тип һәр береһен ҡосаҡлап яратабыҙ. Ярты йыл тигәндә, ниһайәт, беҙгә ышаныс күрһәтә, ҡурҡмай башланылар”, – тип иҫкә ала Крестина ханым тәүге көндәрҙе. 

Тормош үҙ яйы менән барыуын дауам итә. Таһир Низамов –  тәжрибәле умартасы, йәй булһа, умарталыҡтан ҡайтып инмәй. Йорт хужабикәһе иртә менән кухняла, бөтә ғаиләне ашатып-эсереү мәшәҡәттәре уның иңендә. Һәр кемдең өй эсендә үҙ бурыстары, эштәре бар. Аҡрынлап оло ғаиләнең үҙ традициялары, байрамдары барлыҡҡа килгән. Ата-әсә һәр береһенең шөғөлдәрен үҫтереүгә ярҙам итә. Кемдер һүрәт төшөрөү, кемдер конструктор йыйыу менән мауыға, умарталыҡта ярҙам итергә лә яраталар.  

“Беҙҙе балалар сабырлыҡҡа һәм ысын күңелдән һөйә белергә өйрәтте. Кешенең үҙен нисек бар, шулай ҡабул итеүҙәрен белеүе ҙур ҡиммәткә эйә. Баланы тәрбиәгә алыуҙан ҡурҡмағыҙ һәм рәхмәт һүҙҙәрен көтмәгеҙ. Иң мөһиме – түҙемлек һәм юмор. Тәүге бер нисә йыл һынауҙар менән үтәсәк, баланың аңлы рәүештә һеҙҙе “атай, әсәй” тип атаған мәлен күреү оло шатлыҡ. Тимәк, һалған хеҙмәтегеҙ юҡҡа булмаған тигән һүҙ”, – ти әсә.

 Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайтынан.

 

“Умарталыҡ та, йорт та ҙур, балалар ғына кәрәк”
“Умарталыҡ та, йорт та ҙур, балалар ғына кәрәк”
“Умарталыҡ та, йорт та ҙур, балалар ғына кәрәк”
“Умарталыҡ та, йорт та ҙур, балалар ғына кәрәк”
“Умарталыҡ та, йорт та ҙур, балалар ғына кәрәк”
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас