Социаль мәсьәлә
10 Августа , 09:55

100 йәшендә лә теремек, дәртле

“Инәйгә йөҙ йәште бирерлек түгел әле! Ныҡлы һаулыҡ, именлек насип итһен”, – тигән ҡотлаусыларҙың береһе.

100 йәшендә лә теремек, дәртле100 йәшендә лә теремек, дәртле
100 йәшендә лә теремек, дәртле

"Салауат районының Яҙғыйорт ауылында йәшәгән Мәнжүрә Мофазал ҡыҙы Мөхәмәтшинаға 100 йәш", – тип хәбәр итә “Салауат ерендә” гәзите хәбәрселәре. Яҡташтары юбилярҙы бер быуатлыҡ юбилейы менән ҡотлап, уға иң яҡшы теләктәрен еткергән.

“Мәнжүрә инәй 100 йәшендә лә теремек, дәртле, һәр саҡ яҡшы кәйефтә. Ә уның юбилейына тортты бүләсәре бешергән. Ниндәй бәхет өләсәй өсөн!” тигән уларҙың береһе.

“Эй, һөйкөмлө нурлы инәй! Тыуған көнөң мөбәрәк, табының түңәрәк, яҡындарың яныңда булһын. Хәйерле, тыныс ҡартлыҡ көндәрен күреп йәшәргә насип итһен”, – тип өҫтәгән икенсеһе.

“Инәйгә 100 йәште бирерлек түгел әле! Ныҡлы һаулыҡ, именлек насип итһен”, – тигән ҡотлаусыларҙың береһе.

Социаль селтәрҙә ҡулланыусылар райондағы был күркәм ваҡиғаға иғтибарһыҙ ҡала алмаған, һәр комментарийҙа бары изге теләктәр һәм һоҡланыу һүҙҙәре.

 

Фото: “Салауат ерендә" гәзите сайтынан.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас