Социаль мәсьәлә
19 Августа , 04:00

40 мең һум пенсия алыр өсөн эш хаҡың күпме булырға тейеш?

Был хаҡта Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университеты доценты Игорь Балынин һөйләне...

40 мең һум пенсия алыр өсөн эш хаҡың күпме булырға тейеш?40 мең һум пенсия алыр өсөн эш хаҡың күпме булырға тейеш?
40 мең һум пенсия алыр өсөн эш хаҡың күпме булырға тейеш?

40 мең һумдан юғарыраҡ пенсия алыу өсөн 200 пенсия балы тупларға кәрәк. Был хаҡта Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университеты доценты Игорь Балынин һөйләне. Ә бының өсөн хеҙмәт осоронда күпме эш хаҡы алыу талап ителә?


Доцент аңлатыуынса, 2026 йылда бер балдың хаҡы — 156,76 һум, ә төп (фиксацияланған) түләү 9584,69 һум тәшкил итә. Әгәр 200 балды 156,76-ға ҡабатлап, уға пенсияның төп түләүен ҡушһаң, 40 936,69 һум килеп сыға.
200 балды, мәҫәлән, 35 йыл дауамында йыл һайын 5,714 балл туплап йыйып була. Бының өсөн айына яҡынса 141 850 һумлыҡ рәсми эш хаҡы кәрәк. ТАСС хәбәр итеүенсә, 2026 йылдың майында бындай эш хаҡы тик 11 төбәктә генә булған: Чукотка, Магадан өлкәһе, Ямал-Ненец автономиялы округы, Камчатка, Мәскәү, Ненец автономиялы округы, Яҡутстан, Сахалин, Мурманск өлкәһе, Ханты-Манси автономиялы округы һәм Төмән өлкәһе.
Балынин өҫтәп әйтеүенсә, балдарҙы социаль әһәмиәтле осорҙар өсөн дә яҙалар — мәҫәлән, баланы бер йәш ярымға тиклем ҡарау ваҡыты өсөн.
Фото: нейроселтәрҙән.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас