

Дүртөйлө районының Йосоп ауылында йәшәгән Лилиә Әнәс ҡыҙы һәм Айҙар Наил улы Ғатауллиндарҙы тәрбиәгә алған малайҙарҙың береһе биргән һорау таң ҡалдыра: “Һеҙ мине нисә көнгә алдығыҙ?”
Рамазандың был һорауын ата-әсә әле лә яҡшы хәтерләй.
Ул бер туғандар араһында иң йомоҡ, уйсан балаларҙың береһе була, яңы шарттарға, үҙе өсөн ят өлкәндәргә бик аҡрын өйрәнә. Уны бер кем ашыҡтырмай, бары бергәләп ваҡытты үткәрәләр, яңы тәртипкә күнектерергә тырышалар. Малай үҙенең бында бер нисә генә көнгә килмәгәнен аңлаһын өсөн ваҡыт кәрәклеген һәр кем белә.
Ғаиләгә балалар алыу тураһындағы ҡарарға Ғатауллиндар үҙ-ара һөйләшеп килешкәндән һуң килә. Документтар йыйыу, тейешле инстанцияларҙы үтеү байтаҡ ваҡытты ала. Улар балаларҙың ғаиләлә үҫеүен һәм яңы тормошҡа күнегеүен теләй. Артем, Даниил һәм Рамазан йортта бер юлы йәшәй башлай. Был мәлдә инде ир менән ҡатындың үҙ балалары аяҡҡа баҫҡан була.
Һәр малай яңы шарттарға төрлөсә күнегә. Артем барыһынан да элек ғаиләгә тиҙ арала өйрәнә, кискеһен Лилиә менән Айҙарҙы “атай-әсәй” тип атай ҙа башлай. Даниил тәүҙә һәр кем менән өҙлөкһөҙ һөйләшһә, иртәгәһенә танымаҫлыҡ булып үҙгәрә – аралашмай башлай. Ә Рамазанға тағы ла күберәк ваҡыт талап ителә. Яйлап ғәҙәти көндәлек эштәр, саралар аша мөнәсәбәттәр яҡшыға үҙгәрә бара. Бергәләп уҡыйҙар, бәлеш бешерәләр, шашка-шахмат уйнарға өйрәнәләр, шиғыр ятлайҙар, йорт эштәрен башҡаралар. Хәҙер уларҙың өсөһө лә футбол менән мауыға. Артем техниканы ярата, атаһы менән күп ваҡытты гаражда үткәрә. Даниил яңы мәғлүмәттәр эҙләй, уҡый, эҙләнеүсән малай. Рамазан атаһына велосипед йүнәтергә, йорт эштәрендә ярҙамлаша.
Ғаиләнең үҙ традициялары барлыҡҡа килгән. Балалар өлкәндәргә лә үҙгәрергә ярҙам итә. Мәҫәлән, Даниил Лилиә Әнәс ҡыҙын заманса гаджеттар менән ышаныслыраҡ тотонорға өйрәтә. Ошо йылдарҙа ғаилә ағзалары араһында тыуған ышаныс тойғоһо барыһынан мөһимерәк.
Бөгөн Ғатауллиндар ейәне һәм ейәнсәрен үҫтерергә ярҙам итә. Ғаилә тағы ла ҙурайҙы, мәшәҡәттәр ҙә артты. Күп балалы һәм тәрбиәгә алыусы ғаиләләргә булышлыҡ итеү, балаларҙың ғаиләлә үҫеүе өсөн шарттар булдырыу ”Ғаилә” милли проектының төп йүнәлеше булып тора ла инде.
Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайтынан.