Социаль мәсьәлә
19 Август , 17:15

“Әлдә ситкә сығып китмәгәнбеҙ”

Уңған, тиктормаҫ ғаиләләрҙең береһе менән танышыу форсаты тыуҙы. “Үҙемде белә-белгәндән ошо тәбиғәт ҡосағында донъя көтөп, бал ҡорттары “телен” аңлап, аралашып  йәшәйем, – ти умартасы Ғәле Саҙретдинов. – Кәләште лә алыҫтан эҙләп торманым, әрменән ҡайтыу менән бер нисә өй аша ғына торған күрше ҡыҙы Роза менән танышып, өйләнешергә тәҡдим яһаным”.

“Әлдә ситкә сығып китмәгәнбеҙ”“Әлдә ситкә сығып китмәгәнбеҙ”
“Әлдә ситкә сығып китмәгәнбеҙ”

Район үҙәгенән 18 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан боронғо башҡорт ауылдарының береһе Ҡыйғаҙы ошо уҡ исемдәге йылғаның атамаһын алған. Ул тарихта 1709 йылдан алып билдәле. Егерменсе быуат башында өс һыу тирмәне, мәсете, алты лавкаһы, икмәк запасы һаҡланған магазины булыуын иҫәпкә алғанда, ул осорҙа ауылдаштарҙың үҙ ерендә ҙур тырышлыҡ менән һәүетемсә генә йәшәп ятыуын күҙалларға була. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнеүҙән тыш, халыҡ умартасылыҡҡа ҙур иғтибар биргән. Хәҙер ҙә был шөғөл онотолмаған, Асҡындың бай тәбиғәтле, сәнәғәт предприятиеларынан алыҫ, сәскәле яландарында умартасылыҡтан мул уңыш алып, ғаиләләрен ҡыуандырған оҫталар етерлек.

Бына шундай уңған, тиктормаҫ ғаиләләрҙең береһе менән танышыу форсаты тыуҙы. “Үҙемде белә-белгәндән ошо тәбиғәт ҡосағында донъя көтөп, бал ҡорттары “телен” аңлап, аралашып  йәшәйем, – ти умартасы Ғәле Саҙретдинов. – Кәләште лә алыҫтан эҙләп торманым, әрменән ҡайтыу менән бер нисә өй аша ғына торған күрше ҡыҙы Роза менән танышып, өйләнешергә тәҡдим яһаным”.

Йорт хужалары шаян да, телгә үткер ҙә, эшкә тырыш та кешеләр булып сыҡты. Әйтерһең дә, “нәҙекәй билдәрҙән” өлгө алған улар.

– Беҙ өйләнешкәс, атайым “үрсетегеҙ” тип күс бирҙе. Тәүҙә ауырыраҡ булды, урманға умартаны алып барабыҙ ҙа уға күс ҡунғанын көтәбеҙ. Аҙаҡ яраҡлашып киттек, оҫтарҙыҡ, белемебеҙ артты, умарталарыбыҙ бер заман йөҙҙән ашты. Мәшәҡәте етерлек, әлбиттә, бары күберәк ҡыймылдарға кәрәк, – ти Роза ханым. – Хәҙер һатып алыусылар эҙләп ҡаңғырмайбыҙ, клиенттарыбыҙ етерлек. Йәш саҡта дуҫ-иштәрҙең ситкә, ҡалаға сығып китеүҙәренә ҡыҙығып та ҡуя инем. Хәҙер килеп, әлдә генә тыуған еребеҙҙә ҡалғанбыҙ, Ҡыйғаҙынан да гүзәлерәк ер ҡайҙа бар, ожмахтың үҙендә йәшәйбеҙ бит, тип Ғәле менән балаларҙай ҡыуанабыҙ. Иҫ киткес матур тәбиғәт, еләк-емеш умырылып уңа, баҡса артында ғына Тушҡыр йылғаһы аға, йәйҙең йәмле көндәрендә хатта өйгә лә инге килмәй. 

 Роза ханым КамАЗ предприятиеһында эшләгәндән һуң шәфҡәт туташы һөнәрен алыу маҡсаты менән бер йыл ғаиләһенән айырылып, көндөҙгө факультетта училищела уҡый.

– Байтаҡ йылдар акушер булып эшләнем. Иптәшем һүҙ тейҙермәҫлек хәстәрлекле ир, ҡыҙҙарын “өф” итеп кенә үҫтергән, әммә талапсан атай булды. Һәр береһен яратып үҫтерҙек, уҡыттыҡ. Айгөл Башҡорт дәүләт университетын тамамланы, Гөлшат медицина университетында уҡығандан һуң “Ауыл табибы” программаһы буйынса функциональ диагностика белгесе булып эшкә урынлашты. Ләйсән атаһының һөнәрен һайланы. Ҡыҙҙарыбыҙҙың ғаилә ҡороп, татыу донъя көтөүҙәре икеләтә шатлыҡ беҙҙең өсөн. Күҙ теймәһен, кейәүҙәрем шәп. Ярҙамсылдар, уңғандар, иғтибарлылар!

Иптәшемдең эше тынғыһыҙ булды. Ул саҡта мал-тыуарҙы күп аҫранылар. Ваҡытында тикшереүҙәр ойошторорға, дезинфекция сараларын үткәрергә кәрәк ине. Яуаплылыҡ ифрат ҙур. Колхозда – 1200 һыйыр малы, 500-ҙән ашыу һарыҡ, илле йылҡы, һәр береһе иғтибар талап итә. Ғәле ҡайтып инһә, өйгә химия, хлор еҫе тарала, шуға күрә уны һәр саҡ мунса яғып көтә инем. Уның ҡарауы, хәҙер йортобоҙ тәмле бал еҫенән тыш, төрлө шифалы үләндәрҙең хуш еҫенә күмелгән.  

Роза ханымдың әйтеүенсә, ул йәш сағынан уҡ әсәһенән шифалы үләндәр йыйыу һәм уларҙы файҙаланыу оҫталығына  өйрәнгән. Әле лә ул йәй әйләнәһенә шифалы үләндәрҙе йыйып киптерә, сәй йәиһә төнәтмә яһап, туғандарына, таныштарына тарата. Еләк-емештән ҡаҡ ҡойоп, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәргә күстәнәс итеп ебәргән. Бер туған һеңлеһенең улы, алты бала атаһы, кадровый офицер 2022 йылдан алып Ватан һағында. Яугирҙәргә рәхмәт әйтеп, уларға именлек, һаулыҡ теләп, тиҙерәк еңеү менән ҡайтыуҙарына өмөт бағлай хаҡлы ялдағылар. Саҙретдиновтар республика, ил яңылыҡтарын күҙәтеп бара, яугир яҡташтарына гуманитар ярҙам туплауҙа әүҙем ҡатнаша.

–Үләндәрҙең файҙалы үҙенсәлектәре серҙәрен хәҙер ейәнсәрем Аделина менән уртаҡлашам. Ейәнсәремдең Бөтә Рәсәй конкурсының “Фәнни-популяр” номинацияһында, Асҡын районының шифалы үләндәренә арналған проект менән сығыш яһап, беренсе урынды яулауы минең өсөн әйтеп бөтөргөһөҙ шатлыҡ булды. Ул был шөғөлөн артабан да ташламаҫ, тип уйлайым. Беҙ иптәшем менән районда үткәрелгән йәрминкәләрҙә, күргәҙмәләрҙә әүҙем ҡатнашабыҙ, яҡташтарыбыҙға, ҡунаҡтарға тәҡдим итәһе продукциябыҙ етерлек, шифалы мунса миндектәренән алып хуш еҫле башҡорт балына тиклем барыһы ла бар. Шәхси хужалығыбыҙ ҙа гөрләп тора – һыйыр, һарыҡ малдарынан башҡа ҡош-ҡорт тотабыҙ, уларһыҙ донъя һанһыҙ, тигәндәй. Сапҡыс-йыйғысы булған Т-30 тракторы иптәшемдең – ышаныслы уң ҡулы, һәр миҙгелдә уның ярҙамынан файҙаланабыҙ. Ҡыйғаҙыбыҙ оҙаҡ йылдар гөрләп йәшәһен, тормош һүнмәһен, ситтәгеләр йыл да һағынып ҡайтһын тыуған ауылыбыҙға! – тигән теләктәрен еткерҙе Роза ханым.

Динә Арыҫланова.

Асҡын районы.

Резеда Шәңгәрәева фотолары.

“Әлдә ситкә сығып китмәгәнбеҙ”
“Әлдә ситкә сығып китмәгәнбеҙ”
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас