Ата-әсә ҡарауынан бала саҡта мәрхүм ҡалған Александр Артамонов менән Камила Мөхәмәҙиева фатир алып ҡыуанды. Иң тәүҙә уларҙы Салауат ҡала хакимәте башлығы Марат Заһиҙуллин ҡотланы.
Күңелле хәбәрҙе Александр тыуған көнөндә ала. “Үҙ фатирың булыу ниндәй бәхет! Хәҙер фатирҙа йәм булдырырға ғына кәрәк”, – ти ул. Уның шатлығын өләсәһе менән һөйгән ҡыҙы уртаҡлаша.
Александра Евгеньевна тормош иптәше менән ике ейәнен дә ҡарап үҫтергән. Уның ниҙәр кисереүен яҡшы аңларға була.
Бәхетлеләрҙең икенсеһе – И.Кант исемендәге Балтика федераль университеты студенты Камила Мөхәмәҙиева. Ул быйыл дүртенсе курсҡа бара. Планда – магистратура.
–Бына ул мине көтөп алған шатлыҡлы хәбәр! Фатирым бик матур, яҡты. Йыһаз алаһы ғына ҡалды. Мин уҡыуымды тамамлағас, мотлаҡ тыуған Салауатыма ҡайтасаҡмын. Ҡала үҫешенә үҙ өлөшөмдө индерәсәкмен, – ти ҡыҙ.
Камиланың өләсәһе Флүрә Мөхәмәҙиева ла ейәнсәренең һөйөнөсөн уртаҡлашырға килгән.
Ҡала хакимиәте етем балалар өсөн 18 фатир һатып алған, ун фатир хужаларына тапшырылған да инде.
Фото: “Выбор” гәзите сайтынан.