Социаль мәсьәлә
24 Августа , 08:20

"Иркәләүҙе ҡабул итмәй маташтылар..."

Үҙебеҙҙең ниндәй ҡарарға килеүебеҙ тураһында бер кемгә лә һөйләмәнек, хатта атай-әсәйебеҙ ҙә белмәне. Күҙ тейҙерергә теләмәнек, ахыры.

"Иркәләүҙе ҡабул итмәй маташтылар...""Иркәләүҙе ҡабул итмәй маташтылар..."
"Иркәләүҙе ҡабул итмәй маташтылар..."

Әлшәй районының Раевка ауылында йәшәгән Оксана һәм Константин Круппа 22 йыл бергә йәшәгәндән һуң тәрбиәгә бала алмаҡсы була. Ныҡлап уйлашҡандан һуң 2024 йылда ғаиләгә Георгий һәм Кирилл исемле малайҙарҙы алалар. Тәүге аҙналар нисек үткән, хәҙер ғаилә нисек йәшәй? Уларҙың тормош тәжрибәһе кемгәлер файҙалы булыуы ихтимал.

Оксана Александровна ире менән нисек балаларҙы тәрбиәгә алыуҙары тураһында һөйләне.

“Беҙ ҙур ғаилә тураһында хыялланып йәшәнек. Үҙебеҙҙең балалар булманы, йыш ҡына ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы ғаиләгә алыу тураһында һүҙ йөрөттөк, тик был уй оҙаҡҡа һуҙылды. Бер нисә тапҡыр ҡарарыбыҙҙы кисектереп торҙоҡ, тик бер мәл икеләнеүҙәребеҙҙе еңеп, был аҙымға барырға булдыҡ.

Тәүәккәлләнек, бер кемгә әйтеп торманыҡ, туп-тура опека органдарына мөрәжәғәт иттек. Тейешле документтарҙы тупланыҡ, тәрбиәгә алыусы ата-әсәләр мәктәбен үттек, балалар анкетаһы менән таныша башланыҡ. Шунда уҡ күҙебеҙгә ике малай салынды, улар беҙгә ҡайһы яғы менәндер бик оҡшаны, күңелгә ятты. Тик, үкенескә ҡаршы, уларҙы уллыҡҡа биреү статусы юҡ ине.

Анкеталарҙы ҡарап, көн дә шылтыратабыҙ, көн дә бер үк һүҙҙәрҙе ишетәбеҙ: “Был баланы уллыҡҡа биреү хәл ителә”. Бер мәл кәйефебеҙ ҙә төшә башланы. Тәрбиәгә алыусы ата-әсәләр мәктәбе төркөмөндә ике малайҙың фотоларын күреп ҡалғас, шаҡ ҡаттым. Бәй, тәүҙә беҙ алырға теләгән малайҙар ҙабаһа! Шулай итеп, барыһы ла тиҙ хәл ителде: 2024 йылдың 8 ноябрендә Гоша менән Кирилл улдарыбыҙға әүерелде.

Үҙебеҙҙең ниндәй ҡарарға килеүебеҙ тураһында бер кемгә лә һөйләмәнек, хатта атай-әсәйебеҙ ҙә белмәне. Күҙ тейҙерергә теләмәнек шикелле. Барыһы өсөн дә көтөлмәгән хәл булды, әммә яҡындарыбыҙ беҙҙең нисек бала тәрбиәләргә теләгәнебеҙҙе яҡшы белә ине, шуға күрә аҙымыбыҙҙы хупланы.

Улдарыбыҙҙы алып ҡайтҡан көндө әле булһа яҡшы хәтерләйем. Малайҙарға барыһы ла ҡыҙыҡ ине, йортто йөрөп сыҡтылар, бүлмәләрҙе ҡаранылар, бик ныҡ арып, тиҙ генә йоҡлап та киттеләр.  Шул мәлдә һәр беребеҙҙең тормошонда ниндәй ҙур, тәрән үҙгәрештәр башланыуын тойҙом. Тәүге аҙналарҙа улар сумкаларындағы әйберҙәрҙе сығарырға ла рөхсәт итмәнеләр, тағы берәй ергә оҙатырҙар тип ҡурҡтылар, ахыры. Тәүге көндән беҙгә “атай”, “әсәй” тип өндәшһәләр ҙә, ышаныс тойғоһо ҡапыл ғына тыуманы. Кискеһен һәр береһен ҡосаҡлап яратырға теләһәм дә, улар иркәләүҙе үҙһенмәне. Мин дә ашыҡмаҫҡа булдым.

Аҡрынлап үҙгәрештәр башланды. Улар тынысланды, үҙҙәре беҙгә ынтыла башланы. Бер ваҡыт ауырып киттем, иртәрәк йоҡларға яттым. Кемдеңдер ҡосаҡлауына уянһам, эргәмдә Кирилл ята. Аҙаҡ ирем уның нисек борсолоуын, эргәмдән китмәүен һөйләне. Беҙ шулай яйлап бер ғаилә булып уҡмаша башланыҡ.

Хәҙер малайҙарҙың өйҙә үҙ ғәҙәттәре барлыҡҡа килде. Кирилл миңә йорт эштәрендә ярҙам итә, һауыт-һаба йыуырға ярата, Гоша техника менән ҡыҙыҡһына. Быйыл ул мәктәпкә уҡырға барасаҡ, хәтере бик яҡшы, уҡый һәм һанай белә. Шиғыр һөйләү буйынса онлайн конкурста беренсе урынды алды.

Кирилл һүрәт төшөрә, яңыраҡ район конкурсында өсөнсө урын яуланы, бейергә ярата. Балалар беҙҙең тормошобоҙҙо ла тамырынан үҙгәртте. Тып-тыныс йортобоҙ уйын-көлкө, “Әсәй!”, “Атай!”  һүҙҙәренән яңғырап тора. Мин уларҙың киләсәге тураһында уйланам, борсолам, әлбиттә. Атай-әсәй шунһыҙ йәшәй алмайҙыр ҙа. Уларға ҡарайым да, был шуҡ тиктормаҫтарҙы шул тиклем яратҡанымды аңлайым.  

Ғаиләгә тәрбиәгә  бала алырға уйлайһығыҙ икән, бер ниҙән дә ҡурҡмағыҙ, бер кемдең һүҙенә лә ҡолаҡ һалмағыҙ. Балаларға һөйөү, иркәләү, иғтибар һәм хәстәрлек кенә кәрәк”.

 

Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.

 

"Иркәләүҙе ҡабул итмәй маташтылар..."
"Иркәләүҙе ҡабул итмәй маташтылар..."
"Иркәләүҙе ҡабул итмәй маташтылар..."
"Иркәләүҙе ҡабул итмәй маташтылар..."
"Иркәләүҙе ҡабул итмәй маташтылар..."
"Иркәләүҙе ҡабул итмәй маташтылар..."
"Иркәләүҙе ҡабул итмәй маташтылар..."
"Иркәләүҙе ҡабул итмәй маташтылар..."
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас