

Өфө ҡалаһының яугир ғаиләһендә өс игеҙәк сабый донъяға килде: Николь, Полина һәм Лев! Уларҙы перинаталь үҙәктә туғандары һәм дуҫтары ҡаршы алды.
Сабыйҙар июль айында тыуһа ла, улар көс йыйып, ауырлыҡтарын нормаға килтергәс кенә табиптар ғаиләне өйҙәренә оҙатты. Балалар донъяға килеү менән 1-се република перинаталь үҙәгенең реанимация һәм интенсив терапия бүлексәһенә ебәрелә. Табиптарҙың күҙәтеүе аҫтында улар үҙаллы тын алырға өйрәнә, ауырлыҡтарын арттыра, йәшәү өсөн көрәшә. Аҙаҡ патология бүлексәһендә сәләмәтлектәрен нығыта.
“Ике ай буйына үҙәктә йәшәнем. Тәүҙә бер үҙем, аҙаҡ сабыйҙарым менән. Был аҙналар минең өсөн бик тулҡынландырғыс булды. Үҙемде һис тә яңғыҙ тойманым, табиптар эргәмдә булды”, – ти әсә Оксана Целищева.
Өс бала – шатлыҡтар ҙа, бәхет тә өс тапҡырға күберәк тигән һүҙ! Ғаиләгә именлек, сәләмәтлек теләйбеҙ.
Фото: Республика клиник перинаталь үҙәк сайтынан.
Беҙҙең МАХ каналына яҙылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan