

Өлкәндәр тураһында хәстәрлек бурыс ҡына түгел, ә гуманлы йәмғиәтебеҙҙең бик мөһим өлөшө, ҡанундарға ғына түгел, һәр беребеҙҙең күңеленә бала саҡтан нығытылған. Ҡартлыҡ һәр кемгә килә торған саҡырылмаған ҡунаҡ, уның һиҙҙермәй генә яҡынлашып, физик, психологик һәм социаль торош менән бәйле үҙенсәлекле талаптар тыуҙырыуы билдәле. Йәмғиәтебеҙҙә оло йәштә яңғыҙ ҡалған өлкәндәргә, инвалидтарға лайыҡлы тормош менән йәшәргә ярҙам иткән учреждениелар, миһырбанлы хеҙмәткәрҙәр булыуы бик мөһим.
Шаран районының Баҙғыя ауылындағы өлкән йәштәгеләр һәм инвалидтарҙы социаль хеҙмәтләндереү бүлексәһе ҡатмарлы тормош юлына юлыҡҡан кешеләргә ярҙам итә. Кемдеңдер ғаиләһендә һыйышып йәшәү мөмкин түгел, кемдеңдер һаулығы ныҡ ҡаҡшаған, кемдеңдер финанс мәсьәләһе ауыр хәлдә – һәр береһенә юристар, психологтар һәм табиптар менән кәңәшләшеү мөмкинлеге бар. Бүлексә 2015 йылдан алып Октябрьскийҙағы дәүләт автономлы социаль хеҙмәтләндереү учреждениеһына ҡарай. Ошо ваҡыттан алып уға Фәһим Зәки улы Йәмилев етәкселек итә. “Беҙҙең эштә тәү сиратта психолог булырға кәрәк, сөнки учреждениеға рухи яҡтан һынған, өмөттәрен һәм ышаныстарын юғалтҡан кешеләр килә. Ҡатҡан күңелдәрен йомшартыу, изгелеккә ышаныстарын яңынан ҡайтарыу өсөн тырышып эшләйбеҙ. Коллектив берҙәм, ярҙамсыл булмаһа, уларҙың ышанысын яулау мөмкин булмаҫ ине",– ти Фәһим Зәки улы.
Шәфҡәт туташы Гүзәл Фәррәхова 18 йыл инде ошо йорт-интернатта төрлө яҙмышлы кешеләрҙең һаулығын хәстәрләй. Өйҙә сағында ла телефонды ҡулынан төшөрмәй тигәндәй, икенсе тыуған йортона әүерелгән интернат менән даими бәйләнеш тота. Гөлназ Вахитова – оло йорттоң уңған хужабикәһе, уның тырышлығы, өлгөрлөгө һөҙөмтәһендә аҙыҡ-түлек ваҡытында алына, түшәк кәрәк-яраҡтары һәр саҡ тәртиптә, иҫәп-хисап та уның яуаплылығында. 24 йыл буйы Гөлназ Фәрхетдин ҡыҙы йорт-интернаттың көндәлек мәшәҡәттәре менән йәшәй. Ашнаҡсы Гүзәл Афанасьева менән Гөлназ Ибраһимоваларҙың эш көнө етенсе яртынан башланып, киске ете-һигеҙ сәғәттә генә тамамлана. Көндәлек меню Октябрьский йорт-интернатынан ебәрелә. Эльвира Демьянова кейем-һалым, түшәк кәрәк-яраҡтарын ваҡытында йыйып, машинала йыуа, киптерә, үтекләй. Көндәлек эшенең осо-ҡырыйы юҡ, аҙнаһына бер тапҡыр мунса ла яғырға кәрәк.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы,өлкәндәр араһында тәүлек әйләнәһенә тәрбиәләүгә мохтаждар ҙа бар. Үҙҙәрен хеҙмәтләндерә алмағандар өсөн алты тәрбиәсе, йәғни сиделка тәғәйенләнгән. Ашатыу-эсереү, өҫ-башын алмаштырыу, йыуындырыу, урамға алып сығыу хәстәрлектәрен улар үҙ өҫтөнә алған. Иң ҙур көсөргәнешле эш улар иңендә. Һәр иртә бүлмәне, ятҡан урынды йыйыштырыуҙан, елләтеүҙән башлана. Үҙаллы хәрәкәтләнә алмағандарҙы ҡалаҡтан ашатыу, кейендереү, санитария-гигиена сараларын башҡарыу ҙа ошо тәрбиәселәр яуаплылығында.
–Бер кем дә йәш, көслө сағында интернатҡа йәки приютҡа эләгермен тип уйламай. Яҙмыш ҡушыуы буйынса беҙгә килергә мәжбүр булған ололарҙың күңелен төрлө һорауҙар менән йәрәхәтләргә тырышмайым. Яйлап һәр береһе менән ышаныслы бәйләнеш булдырылғас, улар үҙҙәре асылып китә, күңелен бушата. Эскелек арҡаһында ғаиләһен дә, эшен дә юғалтҡан, туғандарын биҙҙергән ир-аттың холҡо тиҫкәрерәк, ҡырыҫыраҡ булыуы билдәле. Биш бала үҫтереп тә, ҡартайған көнөндә яңғыҙ ҡалған әсәне йыуатыу өсөн дә тейешле һүҙҙәрҙе таба белергә кәрәк. Ҡайһы берҙәренең балаларын эҙләп табырға, туғандарын асыҡларға тура килә. Тәрбиәләнеүселәр өсөн һәйбәт, йылы мөхит тыуҙырырға, холоҡтарына иғтибар итмәй, уртаҡ тел табып, көсөргәнешле хәлдәрҙе йомшартырға тырышабыҙ. Ауырып китһәләр, дауаханаға һалып, һауыҡтырып алабыҙ. Һаулыҡ тигәндән, шифалы һыуыбыҙ менән маҡтанып алайым әле. Беҙ урман шишмәһенән үткәргестәр буйлап килгән тәмле һыу эсәбеҙ. Составы тикшерелгән, саф, шифалы. Тәбиғәттең ҡөҙрәтле, тылсымлы байлығы өлкәндәрҙең сәләмәтлегенә лә ыңғай йоғонто яһай.
Октябрьский ҡалаһының өлкәндәр һәм инвалидтар өсөн йорт-интернатының Шаран районы бүлексәһе 25 кешегә иҫәпләнгән. Терәк-хәрәкәт аппаратураһы сирҙәре менән яфаланғандар күп, коляскала ғына йөрөгәндәр бар. Беҙҙең 14 кешенән торған тотороҡло коллективыбыҙ иңдәренә төшкән бурысты намыҫ менән ауырһынмай башҡара. Кеше үҙен бер кемгә лә кәрәкмәгән, ташланған, ҡыйырһытылған итеп тоймаһын, йылыла, таҙа бүлмәләрҙә йәшәһен өсөн уларҙың һәр көнөн яҡтыраҡ, йәшәйештәрен уңайлыраҡ итергә тырышабыҙ. Шәфҡәтлелек, миһырбанлыҡ тойғолары ярҙам күрһәтеү, ниндәйҙер яҡшылыҡ эшләү менән барырға тейеш, ә йәлләү тойғоһо был осраҡта ҡамасаулай ғына. Кешене яҡшы тормошҡа йүнәлдерергә, был донъяла йәшәүҙең ҡәҙерен белергә, көн дә сыҡҡан ҡояш, һулаған саф һауа өсөн рәхмәтле булырға, аралашыуҙарға шатланырға өйрәтергә лә кәрәктер.
Етәксе интернатта йәшәгән һәр кемде, уның холоҡ-фиғелен, яҙмышы тарихын, уны борсоған проблемаларын белергә тейеш. Беҙ учреждениелағы мөхитте йорт шарттарына яҡыныраҡ итергә тырышабыҙ. Кем теләй, үҙҙәренең яратҡан йорт әйберҙәрен, келәм, картиналарын, китаптарын алып килеп, бүлмәләрен биҙәй. Тәрбиәләнеүселәребеҙ социаль хеҙмәткәрҙәрҙең генә күҙ уңында түгел, ә медицина белгестәренең уяу, ҙур иғтибарында.
– Фәһим Зәки улы, һеҙ социаль өлкәнән алыҫ торған, 16 йыл урмансы, тиҫтә йылдан ашыу Шаран урман хужалығы директоры булып эшләгән ерегеҙҙән нисек итеп тормошоғоҙҙо ҡырҡа үҙгәртә алдығыҙ?
–Хаҡлы ялға сыҡҡайным инде, үҙем өсөн һис көтөлмәгән хәбәр – өлкәндәрҙең йорт-интернат бүлексәһе мөдире вазифаһына тәҡдим алдым. Октябрьский йорт-интернаты директоры, халыҡ араһында ғәҙеллеге, белем кимәле һәм ҡаты ҡуллы етәксе булыуы менән танылған Зәлиә Нәҡи ҡыҙы Баһауетдинованың социаль өлкәне үҙләштереүҙә етди ярҙамы булмаһа, моғайын, баҙнат итмәҫ инем, сөнки был тармаҡ бик нескә һәм үҙенсәлекле.
– Эшкә һәр көн ҡәнәғәтлек тойғоһо менән килеү өсөн һеҙгә нимә ярҙам итә?
– Беҙҙә төрлө йәштәге, уға ғына хас булған холоҡло өлкәндәр, яңғыҙ инвалидтар йәшәй. Ҡайһы берәүҙәрҙең сире йәиһә ғәҙәттәре арҡаһында көйһөҙләнеүе, башҡалар менән һыйышмауы ла ихтимал. Беҙ бындай хәлдәрҙе көйләргә өйрәнгәнбеҙ. Әле генә күрҙегеҙ бит, Туймазынан килгән инәйебеҙ үҙен башҡа бүлмәгә күсереүҙе һорай, сөнки яңы ғына килгән бүлмәләшенең ҡылығы оҡшамай. Йәш кеше көнө буйы телефонда уйнап, әбейгә ҡамасаулай, йәненә тейә. Һәр береһен аңлап, ихтирам, ҡайһы саҡта юмор менән бындай ҡытыршылыҡтарҙы шымартырға, хәл итергә тура килә. Кешеләргә ярҙам итеү теләге көн һайын интернат тупһаһын тыныс күңел һәм ҡәнәғәтләнеү тойғоһо менән үтергә көс бирә. Беҙҙең йортобоҙ ябыҡ учреждение түгел, кем хәрәкәтләнергә, урамда йөрөргә, магазинға барырға теләй, барыһына ла рөхсәт.
– Ҡарттар йорттары, приюттар, пансионаттар тураһында һүҙ сыҡһа, беҙ ололарҙы ошо учреждениеларға урынлаштырған яҡындарын, балаларын ғәйепләргә күнеккәнбеҙ. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, һәр осраҡта ла бындай хөкөм итеү дөрөҫмө, әллә бындай учреждениелар, ысынлап та, мәсьәләне хәл итеү юлымы?
–Был мәсьәләлә фекерҙәр айырылыуы ғәжәп түгел. Һәр оло кешенең һәм ғаиләнең мөмкинлектәренән, ихтыяжынан сығып хәл итергә кәрәктер, минеңсә. Мәҫәлән, тәрән деменциялы өлкәндәр профессиональ тәрбиәгә мохтаж. Әгәр ауырыу йылы мөхиттә, яҡшы тәрбиә күрһәтелгән йортта, тәрбиәселәр ҡарамағында йәшәй, ваҡытында дарыуҙар ала икән, был насармы ни? Бәлки, туғандарына көсөргәнешле тормоштан бер аҙ тын алыу, донъяуи мәшәҡәттәрен башҡарыу өсөн ваҡытлыса урынлаштырып тороу ҙа мөһим булыр ине. Һәр кемдең был донъяла хәстәрлектәре етерлек, ваҡытында ғаилә ҡорорға, балалар үҫтерергә, эшләргә кәрәк, бөтә тормошоңдо тулыһынса өлкән кешене тәрбиәләүгә арнау йәшәйештең был ҡиммәттәренән, шатлыҡтарынан мәхрүм итеүе, хатта сиргә юлыҡтырыуы ихтимал. Алтын урталыҡты табыу еңел түгел, бында балаларҙың, туғандарҙың мәсьәләне бергәләп, өлкән кешенең хәл-торошонан, теләгенән сығып хәл итергә кәрәк. Үкенескә ҡаршы, күптәр бөгөн мохтаждарға социаль ярҙам системаһының нисек төҙөлгәнен белмәй. Ҡатмарлы хәлгә тарығас, улар баҙап ҡала, социаль яҡлау хеҙмәтенә барып белешеү урынына таныштары, иғландар аша сиделкалар эҙләй башлай. Әле хеҙмәткәрҙәребеҙҙең инсульттан һуң түшәктә ятҡан өс әбейҙе нисек ҡәҙерләп тәрбиәләгәндәрен күрһәгеҙ ине, бының өсөн күпме күңел киңлеге, яратыу тойғоһо кәрәк! Бөгөн көндәлек тәрбиәгә мохтаж 80 йәшлек әсә менән таныштығыҙ, ҡыҙы алыҫта, Калининградта йәшәй. Йыш ҡайтырға форсаты юҡ, ә оло кеше сит тарафтарға сығып китергә йәне-тәне менән ҡаршы. Ҡыҙы шылтыратып хәл-әхүәлен белешеп тора, интернатҡа 30 мең һумлыҡ сушилка ла бүләк итте. Иртәгә ниндәй үҙгәрештәр булырын бер кем белмәй, һәр хәлдә әбей бөгөн тәрбиәле, йылы мөхиттә йәшәй, – ти Фәһим Зәки улы. – Социаль өлкәлә осраҡлы кешеләр булмай ул.
Захаровтар ғаиләһенең ҡурсаҡтай йыйыштырылған бүлмәһен, матур япмаларҙы, тәҙрә ҡорғандарын, иҫтәлекле фотоларҙы күреп, уларҙа йәшәүгә көс һәм ҡыҙыҡһыныуҙы тойҙоҡ. Мәмдүҙә менән Игорь һигеҙ йыл инде бергә. Благовар районынан килеп, тап ошо интернатҡа юлығыуҙарына бик ҡәнәғәт. Фәһим Зәки улы әйтеүенсә, “ҡарттар йортонда ла тормош бар: ғашиҡ булалар, ғаилә ҡоралар, концерт ҡарайҙар, ҡул эштәре, физкультура менән шөғөлләнәләр”.
Динә Арыҫланова.
Шаран районы.
Резеда Шәңгәрәева фотолары.
Етәксе һәр иртәне хәл-әхүәл белешеүҙән башлай.
Захаровтар йәшәү шарттарынан ҡәнәғәт
Шәфҡәт туташы Гүзәл Фәррәхова өлкәндәрҙең иң яҡын кешеһенә әүерелгән.
Бында берҙәм, ярҙамсыл коллектив эшләй.