

Мөхәббәт өсөн сиктәр юҡ. Нефтекама ҡалаһының ЗАГС бүлегендә никахҡа ингән парҙар араһында Япония ҡыҙы Ито Момока менән Нефтекама егете Артем Адылшин да булды.
Йәштәр 2022 йылда телдәрҙе өйрәнеү өсөн HelloTalk ҡушымтаһында таныша. Артем япон телен өйрәнһә, Момока рус телен үҙләштерә. Оҙаҡ ҡына аралашҡандан һуң Артем 2023 йылда ҡыҙҙың ғаиләһе менән танышыу өсөн Японияға бара. Егетте яҡшы ҡаршы алалар. Японияла Момока рус телен өйрәнеү һәм һүрәт төшөрөү менән мауыға. Һеңлеһе Мангака –япон рәссамы һәм яҙыусыһы. Бергәләп комикстар эшләйҙәр. Артем япон телен өйрәнеүҙе дауам итә, дүрт йәштән алып Киокусинкай каратеһы менән шөғөлләнә, ҡара поясы (1 дан) бар, Башҡортостан, Удмурт Республикаһы, Силәбе өлкәһе, Пермь крайы беренселегенә ярыштарҙа еңеү яулаған, Рәсәй беренселегендә ҡатнашҡан. Атаһы Андреян Владимирович Адельшин бәләкәйҙән улында спортҡа һөйөү тәрбиәләгән, ул – Киокусинкай каратеһы спорт федерацияһының урындағы йәмәғәт ойошмаһы президенты.
Йәштәрҙе законлы никахтары менән ҡотлайбыҙ, именлек һәм бәхет теләйбеҙ!
Фото: Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты.