

Стәрлетамаҡта йәшәгән Пестовтар ғаиләһе бер юлы өс сабыйҙы тәрбиәгә алып, уларҙы бәхетле итеү өсөн хәстәрлек күрә. Улар тормош ҡорғандан алып ҙур ғаилә тураһында хыяллана. Шулай итеп, 2025 йылда йорттарында Виктория, Денис һәм Кристина йәшәй башлай. Наталья Владимировна был тәүәккәл аҙымдан һуң тормоштарының нисек үҙгәреүе хаҡында һөйләне.
“Беҙ ҙур ғаилә төҙөү тураһында хыялландыҡ, бер юлы өс сабыйҙы алыу мөмкинлеге тыуғас, икеләнеп торманыҡ. Әлбиттә, был ҙур яуаплылыҡ. Бер-беребеҙгә ышаныс көс бирҙе. Яҡындарыбыҙ һәм дуҫтарыбыҙ хупланы, ғәжәпләнгәндәр ҙә булды. Тәүге көндәр яҡшы хәтерҙә – тулҡынландырғыс, шау-шыулы булһа ла, беҙ бәхетле инек.
Улар йортто үҙләштерҙе, беҙ уларҙы өйрәндек. Сабырлыҡ, хәстәрлек һәм ваҡыт ярҙам итте. Яйлап балаларҙың ышанысын яуланыҡ.
Беҙҙең бер көнөбөҙ ҙә үткәненә оҡшамаған. Кистәрҙе һәм ялдарҙы бергә үткәрергә тырышабыҙ, тыуған көндәр һәм байрамдар ата-әсәләребеҙ, туғандарыбыҙ ҡатнашлығында үтә.
Беҙ Башҡортостан буйынса сәйәхәт итергә, балаларыбыҙға республикабыҙҙың иң гүзәл урындарын күрһәтергә яратабыҙ. Дачала эшләйбеҙ, ял итәбеҙ.
Хәҙер балаларҙың өсөһө лә балалар баҡсаһына йөрөй. Виктория шиғырҙар һөйләргә, бейергә ярата, Денис менән Кристина һүрәт төшөрөргә, конструктор йыйырға әүәҫ. Беҙ уларҙың һәләттәрен үҫтерергә ярҙам итәбеҙ. Бәләкәй генә булһалар ҙа, тормошобоҙҙо тамырынан үҙгәрттеләр. Тәрбиәгә бала алырға теләгәндәр булһа, ҡурҡырға ярамай, тип әйткем килә. Ҙур яуаплылыҡ менән бергә бик күп яҡшы яңылыҡтар ҙа эйәреп килә”, – ти Наталья Владимировна.
Быйыл май айында Пестовтар ғаиләһе “Ғаилә йылы” Бөтә Рәсәй конкурсының республика этабында ҡатнашты һәм “Тәрбиәгә алған ғаилә” номинацияһында Дипломға лайыҡ булды.
Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайтынан.