

Йыл башынан Башҡортостанда 1,3 меңдән ашыу кеше Берҙәм консультациялар көнө майҙансыҡтарында ведомство-ара эксперттар командаһы белгестәренә мөрәжәғәт иткән. Мәшғүллек хеҙмәтенең консультанттары, «Минең бизнесым» үҙәге, һалымдар һәм йыйымдар буйынса территориаль идаралыҡ, Ер-мөлкәт мөнәсәбәттәре идаралығы, социаль ярҙам органдары һәм бизнесҡа ярҙам итеүсе башҡа төп хеҙмәттәр белгестәре өс ай һайын үҙ бизнесын планлаштырыусы республика халҡы менән осраша.
- Беҙҙең бурыс - стартта кәртәләрҙе бөтөрөү: аңлайышлы эш алгоритмы биреү һәм кешене кәрәкле ресурстар менән тоташтырыу. Күптәр өсөн бындай осрашыуҙар башланғыс нөктә булып тора. Килеүселәр бизнес-идеяны тормошҡа ашырыу буйынса бөтә мәлдәрҙе, шулай уҡ проектты үҫтереүҙе тотҡарлаған мәсьәләләрҙе тикшерә ала. Бизнес-планға идеяны индереүселәр менән бер рәттән, эксперттарға теге йәки был ауырлыҡтар менән осрашҡан ғәмәлдәге эшҡыуарҙар ҙа килә, – тип һөйләне Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ольга Кабанова.
Министр һүҙҙәренсә, республика халҡының бизнес-башланғыстарына булышлыҡ итеүҙең төп механизмдарының береһе - социаль контракт. Йыл башынан 728 контракт төҙөлгән, улар кешеләргә яңы килем сығанаҡтарын булдырырға, ғаиләләренең именлеген күтәрергә ярҙам иткән.
- Быйылдан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн программала айырым йүнәлеш барлыҡҡа килде. Әгәр дәғүәсе дөйөм нигеҙҙә баһалау үтә икән, бизнес менән шөғөлләнергә теләгән ватанды һаҡлаусылар өсөн был критерий ҡулланылмай – улар килемдең теләһә ниндәй кимәлендә дәүләт ярҙамы аласаҡ. Һәм бындай мөмкинлектән 144 яугир файҙаланған, - тип хәбәр итте министр.
Киләһе осрашыу бөтә республика буйынса эшҡыуарҙарҙың берҙәм консультация көнө майҙансыҡтарында октябрҙә үтәсәк. Ҡатнашыусыларҙы дәүләт ярҙамы саралары, бинаны йәки участканы ҡуртымға алыу ысулдары, электрон сервистарҙы файҙаланыу, продуктты теркәү һәм башҡалар буйынса консультациялар биреү өсөн эксперттар көтә.
Ғөмүмән, республикала оло йәштәгеләр, хәрби хәрәкәттәр ветерандары һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тотороҡло ярҙам ала, был уларға лайыҡлы йәшәргә һәм үҙҙәрен яҡланған итеп тойорға мөмкинлек бирә.
Фото: pravitelstvorb.ru