Социаль мәсьәлә
7 Сентября , 10:50

“Һөт кухняһы” сифатты хәстәрләй

Республикабыҙҙа 2019 йылда бойомға ашырыла башлаған йүнәлеш хәҙер Рәсәйҙә иң ҡеүәтлеләр иҫәбендә.

“Һөт кухняһы” сифатты хәстәрләй“Һөт кухняһы” сифатты хәстәрләй
“Һөт кухняһы” сифатты хәстәрләй

Башҡортостанда ташламалы категорияға ҡараған граждандарҙы махсус туҡланыу аҙыҡтары менән тәьмин итеү системаһының үҫеше, сервистарҙы һанлаштырыу, ризыҡ етештереүҙе киңәйтеү саралары көйләнгән. “Һөт кухняһы"ның файҙаһы күп. Иң мөһиме - ярҙамға мохтаждар уның файҙаһын күрә: социаль йәһәттән аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән өс йәшкә тиклемге балалар, ауырлы һәм сабый имеҙгән ҡатындар, опекалағылар ҡуллана, 2025 йылдың мартынан бушлай туҡланыуға хоҡуғы булғандар исемлегенә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан граждандарҙың ғаиләләре өҫтәлде. 

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был йүнәлешкә ыңғай ҡарашын белдерҙе.

 – “Һөт кухняһы”ның әүҙем үҫеүенә шатмын. Уны 2019 йылда булдырҙыҡ һәм бөгөн ул Рәсәйҙә иң ҡеүәтлеләрҙән һанала. 2023 йылда ғына ла республикабыҙ цехтарында яҡынса бер миллион порция төрлө һөт ризығы етештерҙек, – тине төбәк етәксеһе.

Башҡортостандың “Һөт кухняһы” дәүләт автономлы учреждениеһының производство буйынса директор урынбаҫары Гөлнара ШӨҒӘЙЕПОВА етештергән продукцияның сифатына ныҡлы иғтибар бирелеүе тураһында һөйләне:

– “Һөт кухняһы” ның төп маҡсаты – бәләкәй балаларҙы, ауырлы һәм имеҙеүсе ҡатындарҙы махсус хәүефһеҙ ризыҡ менән тәьмин итеү. 2019 йылда беҙ тәүге продукциябыҙҙы сығарҙыҡ. Ул ваҡытта ни бары өс төр ризыҡ - эремсек, кефир һәм һөт етештерә инек. Бөгөн 40-тан ашыу төр продукция сығарабыҙ. Һөт ризыҡтары ғына түгел, балалар өсөн печеньелар етештереүҙе лә яйға һалдыҡ. Хатта ҡымыҙ, кеүәҫкә тиклем бар. Балалар ғына түгел, хәҙер өлкәндәр ҙә беҙҙең ризыҡтарҙы ҡуллана.

Әлбиттә, сифатҡа ҙур иғтибар бирәбеҙ. Алты айлыҡ һәм унан өлкән балаларға продукция сығарыу өсөн талаптар ҡаты. Бының өсөн "Роспотребнадзор"ҙан сабыйҙарға продукция етештереү хоҡуғына һығымта алдыҡ. Сабыйҙарға продукция әҙерләү майҙансыҡтарында өлкәндәргә лә әҙерләнә. Эш башлағанда сифатҡа ниндәй талап булһа, әле лә улар үтәлә. Бары тик күләм генә күпкә артты. Әҙерләнгән ризыҡтарҙың сифаты үҙебеҙҙең лабораторияла контролдә тотола. Бынан тыш, һәр продукция төрөн айына бер тапҡыр “Башҡортостандың Гигиена һәм эпидемиология үҙәге” лабораторияһында да тикшереүгә ебәреп торабыҙ. Бынан тыш, беҙҙә сифат менеджменты системаһы тәүге көндән алып эшләп килә.

Ваҡыт үткән һайын ассортимент яңы төр ризыҡтар менән байытыла. Беҙҙең продукция таратылған пункттарҙа, теләүселәргә һатып алыу мөмкинлеге лә бар. Ҡулланыусыларыбыҙ менән бәйләнеш булдырылған. Социаль селтәрҙәр аша аралашабыҙ, тәҡдимдәр китабына ла теләктәр яҙыла. Халыҡтың беҙҙең продукцияны оҡшатыуын ишетһәк, беҙҙең дә күңел була.

“Һөт кухняһы” продукцияһы республикабыҙҙың барлыҡ төбәктәренә, ҡалаларға, район үҙәктәренә барып етә. Киләсәккә ниәт – сифат кимәлен һаҡлап ҡалыу, яңы технологиялар индереү, балаларҙы һәм өлкәндәрҙе шатландырып, продукция күләмен тағы ла арттырыу.

2025 йылдан учреждение тулыһынса документтарҙы электрон ҡабул итеүгә күсте. Тапшырыуҙың ике ысулы бар. Тәүгеһе – Дәүләт хеҙмәттәренең төбәк порталы. Икенсеһе – “Минең документтарым” күп функциялы үҙәге. Уның менән гаджеттар файҙаланыуҙа ҡыйынлыҡтар кисергән граждандар ҡуллана.  Ғариза күп ваҡытты алмай: мәғлүмәттәрҙең күп өлөшө шәхси кабинеттан автоматик рәүешендә тултырыла. Уның статусын эшкәртеүҙең һәр этабында күҙәтеп барырға мөмкин.

Уңайлылыҡ һәм инфраструктура йәһәтенән саралар яйға һалына. 2024 йыл аҙағында “Һөт кухняһы”ның таратыу пункттары сауҙа үҙәктәренә күсерелде. Был продукцияны ҡулланыусылар, һатып алыусылар өсөн уңайлы.

2026 йылда ла таратыу пункттарын сауҙа үҙәктәренә күсереү буйынса эш дауам итә.

Һандарға күҙ һалғанда, 2025 йылда 20 829 кеше льготанан файҙаланған, шул иҫәптән 309-ы социаль йәһәттән аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән ауырлы ҡатындар, 264-е – шундай уҡ ғаиләләрҙән имеҙеүсе ҡатындар, 18663-ө – өс йәшкә тиклемге балалар, 88-е – махсус хәрби операция яугирҙәренең ауырлы ҡатындары, 57-һе – яугирҙәрҙең тормош иптәштәре – имеҙеүсе әсәйҙәр, 1400-ө – махсус хәрби операция яугирҙәре һәм ветерандарының өс йәшкә тиклемге балалары, 48-е – ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған өс йәшкә тиклемге балалар.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

“Һөт кухняһы” сифатты хәстәрләй
“Һөт кухняһы” сифатты хәстәрләй
“Һөт кухняһы” сифатты хәстәрләй
“Һөт кухняһы” сифатты хәстәрләй
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас