

Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәгән Екатерина һәм Илнур Әхмәтшиндарҙың ғаиләһендә дүрт ул тәрбиәләнә. 2024 йылдың октябрендә ата-әсә ике улы эргәһенә тәрбиәгә бер туған Николай менән Кириллды ала.
“Мин ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға ярҙам итергә теләнем. Ҡарар ҡабул итеү ҡыйын түгел, ә бына киләсәктәре өсөн борсолоуҙарҙың сиге юҡ. Мин иремдең һәм улдарымдың ярҙамына таяндым. Туғандарыбыҙ ҙа, дуҫтарыбыҙ ҙа тәүәккәл аҙымыбыҙҙы хупланы.
Ғаиләләге тәүге көн тулҡынландырғыс та, йылы ла, күңелле лә була. Һәр кемгә яңылыҡтарға күнегергә, ғәҙәттәге тәртипте үҙгәртеп ҡорорға тура килә. Малайҙар бик тиҙ уртаҡ тел табып, дуҫлашып китә.
Йортҡа Юта ҡушаматлы көсөк алғандан һуң уларҙың уртаҡ шөғөлдәре барлыҡҡа килә. Бергәләп эт менән тышта уйнайҙар, бергәләп ашаталар. Яңы йорт хужаһы малайҙарҙы тағы ла нығыраҡ яҡынайта.
Әхмәтшиндар ғаиләһе йоҡонан иртә тора, Екатерина кухняла аш-һыу әҙерләгән арала балалар бүлмәләрҙе йыйыштыра. Улар һауыт-һаба йыуырға ла, гөлдәрҙе тәрбиәләргә лә белә. Ихатаны тәртипкә килтереүҙә, хужалыҡ эштәрен башҡарыуҙа һәр береһе әүҙем ҡатнаша.
Дөйөм байрамдар, тыуған көндәр, сәфәрҙәр – ғаилә тормошоноң мөһим бер өлөшө. Быйыл йәй Әхмәтшиндар Ҡазан ҡалаһында сәйәхәттә булған, малайҙар аквапарк менән танышҡан.
Николай менән Кирилл лицейҙа уҡый, бокс һәм көрәш менән шөғөлләнә. Ата-әсә һәр баланың мәнфәғәттәрен иҫәпкә алып, ҡатмарлы һорауҙарҙы бергәләп хәл итергә тырыша.
“Ғаиләгә тәрбиәгә балалар алырға теләгәндәр булһа, ҡурҡырға ярамай, тип әйтер инем. Үҫмерлек осоронда бөтә балалар менән дә ҡатмарлыҡтар була. Ата-әсәләргә сабырлыҡ теләйем. Балағыҙ һеҙҙе тыңламаған төҫлө тойолһа ла, уның менән һөйләшеүҙән туҡтамағыҙ”, – ти Екатерина.
Хәҙер Әхмәтшиндарҙың дүрт улы ла дөйөм хәстәрлектәр, ғаилә мәшәҡәттәре, спорт шөғөлдәре, байрамдар, сәфәрҙәр менән йәшәй. Уларҙың киләсәк тормошо, яҙмышы өсөн янып-көйгән ата-әсә һәр саҡ эргәлә, һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер.
Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайтынан.